

Кешенең йөҙөнә күҙ һалып та уның сәләмәтлегендәге проблемалар тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тип иҫәпләй хирург-онколог Иван Карасев.
Мәҫәлән, йөҙҙөң төҫһөҙләнеп, ағарып китеүе анемияға ишаралай, ә һарғайыуы бауырҙың һау булмауы тураһында һөйләй. Ирендәрҙең күгәреүе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хаҡында иҫкәртә. Тиренең ҡороуы – организмдың һыуһыҙланыуы йәки тир биҙҙәре эшмәкәрлегенең боҙолоу билдәһе.
Иғтибарлы булһағыҙ, хатта, бит симметрияһының үҙгәреүенә ҡарап, инсульттың яҡынлашыуын билдәләргә була, ти табип. Бит тиреһенең ваҡытынан алда һулыуы һәм сырышыуы матдәләр алмашыныу һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә бәйле булыуы бар.
Битте сыбарлаған һытҡылар ҙа күп нәмә тураһында һөйләй. Мәҫәлән, маңлайҙағыһы – нәҙек эсәк, яңаҡтарҙағы һәм өҫкө ирендәгеһе – йыуан эсәк, сикәләгеһе – үт ҡыуығы, ҡатын-ҡыҙ эйәгендәгеһе енес системаһы ағзаларында ниндәйҙер проблема булыуын иҫкәртә, ти табип.
Динә АРЫҪЛАНОВА