

Һуңғы ваҡытта йөклө ҡатындарҙың коронавирус менән сирләү осраҡтары артты. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ковид йөклөлөктө һиҙелерлек ҡатмарландырыуы мөмкин, шуға күрә буласаҡ әсәләргә һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә, халыҡ күп йыйылған урындарҙан ары торорға кәрәк.
Шулай уҡ табип менән кәңәшләшкәндән һуң коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға кәрәк. Был маҡсатта бары Гам-Ковид – Вак (Спутник V) препараты ғына ҡулланыла.
– Быйыл йөклө ҡатындарҙың коронавирус менән сирләүе һиҙелерлек артты. Тәжрибәнән күренеүенсә, күптәр сирҙе еңел үткәрә, ауыр формала сирләгәндәр ҙә бар, – ти Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Флүрә Ташбулатова.
Табиптың әйтеүенсә, йөклө ҡатындар ковид инфекцияһын ауыр кисереү буйынса хәүеф төркөмөнә инә. Өҫтәүенә, ҡайһы берҙәрендә башҡа сирҙәр ҙә асыҡлана.
– Буласаҡ әсәләрҙең һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың һаулығын һаҡлауҙа иң тәьҫирле ысул – вакцина яһатыу. Дөрөҫөрәге – йөклөлөктө планлаштырған осорҙа уҡ прививка эшләтеү. Кем өлгөрмәгән, йөклөлөктөң 22-се аҙнаһынан һуң яһатырға кәңәш итәбеҙ. Тап ошо ваҡытҡа сабыйҙың ағзалары формалашып өлгөрә, – ти табип.
Буласаҡ әсәләрҙең күпселеге, ялған һүҙҙәргә, төрлө миф һәм фейктарға ышанмай, вакцина яһатты. Йәй аҙағынан алып, 785 йөклө ҡатын прививка эшләткән, ә тағы ла 818 ҡатын йөклөлөккә тиклем үк вакцина ҡаҙатҡан.
– Ғәмәлдә вакцина яһатҡан ауырлы ҡатындар араһында бер ниндәй ҙә өҙлөгөү күҙәтелмәне. Барыһы ла яҡшы кисерә. Күп нәмә ҡатындарҙың хәлде аңлауына, үҙен нисек тотоуына бәйле, – ти табип. – Йөклөлөк – үҙенсәлекле торош, бында әсәгә һәм табипҡа ике ғүмер өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә, шуға күрә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк, бында табиптың абруйы, ышандырыу көсө ҙур роль уйнай. Был йәһәттән участкаларҙа һәр буласаҡ әсә менән айырым эш алып барыла, – ти Флүрә Ташбулатова.
Динә АРЫҪЛАНОВА