Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь 2021, 08:00

Рәсәй командаһы бронза миҙал алды

"Беҙҙең илдә шундай халыҡ-ара бәйгене уҙғарыу дзюдо буйынса ватан мәктәбенең абруйын таныуҙы, уға юғары әҙерлекте аңлата".

Рәсәй командаһы бронза миҙал алдыРәсәй командаһы бронза миҙал алды
Рәсәй командаһы бронза миҙал алды

Өфөлә икенсе тапҡыр дзюдо буйынса Европаның команда чемпионаты ойошторолдо. Бәйгелә 16 илдең йыйылма командаһы ҡатнашты.

Уны тантаналы асыуҙа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Европа дзюдо союзы етәксеһе Сергей Соловейчук ҡатнашты.

Олег Матыцин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. "Беҙҙең илдә шундай халыҡ-ара бәйгене уҙғарыу дзюдо буйынса ватан мәктәбенең абруйын таныуҙы, уға юғары әҙерлекте аңлата, – тиелә унда. – Барығыҙға ла уңыштар теләйем".

"Республикабыҙ күп йыллыҡ традициялары менән дан тота, – тине сығышында Премьер-министр Андрей Назаров. – Бөгөн беҙҙә иң көслө командалар йыйылды. Ғәҙел, сәмле бәйгене күрербеҙ тип ышанам".

Шулай итеп, финалда Грузия йыйылма командаһы Голландияның дзюдосыларын еңеп, иң көслөһө тип танылды. Өсөнсө урында – Рәсәйҙең йыйылма командаһы.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53792   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас