

Республикабыҙҙа коронавирус менән бәйле хәл-торош шәптән түгел. Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә тағы ла 669 кеше сирҙе йоҡторған, шуның менән дөйөм иҫәп 105038-гә етте.
Стационарҙарҙа 468 пациент заман сире менән көрәшә, күбеһе - 60 йәштән өлкәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 74-е ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә амбулатор дауаланыуҙа 7 136 кеше иҫәпләнә, шуларҙың өстән ике өлөшө 60 йәштән үткән.
Бер тәүлек эсендә 665 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан. Ә был йәһәттән дөйөм иҫәп - 93 955.
Һуңғы тәүлектә коронавирустан 25 кеше вафат булған. Сир ҡорбандарының дөйөм һаны - 3 479, араларында күпселекте 60 йәштән үткәндәр тәшкил итә.
Вакцина яһатыуға килгәндә, бөтәһе 2 484 667 кеше прививка эшләтергә тейеш. Башҡортостанға барлығы 2 457 263 вакцина килгән. Беренсе компонентын 1 965 071 кеше яһатҡан (79,1 процент), тулыһынса - 1 705 314 граждан (68,6 процент).
Фото: dw.com