Сәләмәт булайыҡ
30 Ноябрь 2021, 11:38

Бауырға нисек ярҙам итергә?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ теге йәки был ағзаға ярҙам һәм хәстәр кәрәклеген, ғәҙәттә, проблемалар башланғас, һуң ғына аңлайбыҙ. Унан инде оҙайлы дауаланыу курсы башлана... Ә бит бәләне булдырмау юлы күпкә еңелерәк һәм арзаныраҡ. Фәҡәт теләк, үҙегеҙ өсөн бер аҙ ваҡыт ҡына талап ителә. Был юлы һеҙҙең иғтибарға бауырҙың сәләмәтлегенә ҡағылышлы ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ. Улар был кәрәкле, үтә мөһим ағзаның эшмәкәрлеген бермә-бер яҡшыртыр.

 

Йәшелсә ашағыҙ

 

Бауыр өсөн үҫемлек аштары ифрат файҙалы, шуға күрә күберәк йәшел салаттар, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен ашарға тырышығыҙ. Улар һеҙҙең көндәлек рационда кәмендә ике тапҡыр булһа, бик яҡшы. Һуған һәм һарымһаҡты ла онотмағыҙ: уларҙа бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртҡан көкөрт бар.

 

Ябай массаж яһағыҙ

 

Ваҡыты-ваҡыты менән уң яҡтан, ҡабырға аҫтынан, бауыр һәм үт ҡыуығы урынлашҡан урында еңелсә массаж яһағыҙ. Был ҡан әйләнешен яҡшыртыр һәм бауырға файҙаһы тейер.

 

Ағзаға көсөргәнеш төшөрмәгеҙ

 

Был ағза өсөн бер ваҡытта ла ял юҡ. Ул һәр саҡ эш өҫтөндә, бигерәк тә хужаһы “стресс бөтөрәм” тип ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙар йәки алкоголле эсемлектәр ҡулланғанда, ул көслө көсөргәнеш кисерә, шуға күрә дарыу йә араҡыны бер эскәндәге миҡдар ғына түгел, уларҙы эсеү араһы ла бик мөһим. Ғөмүмән, даими алкоголле эсемлектәр йә дарыуҙар бауырға иҫ киткес ҙур зыян килтерә.

Ғөмүмән, бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртҡан әүҙем өҫтәмәләр ҡулланығыҙ, уларҙа туҡландырған матдәләр мотлаҡ булһын. Минералдар, поливитаминдар булған комплекслы өҫтәмәләр ифрат файҙалы. Бер генә мөһим матдәнең етешмәүе лә таҙарыныуҙың тәбиғи процесына зыян килтереүе ихтимал. 

 

“Йәшел дарыухана” хаҡында онотмағыҙ

 

Шайтан таяғы (расторопша), куркума һәм бәпембә бауырҙы яҡшы һаҡлай. Көнөнә 45 миллиграмм куркума, 400-әр миллиграм бәпембә һәм шайтан таяғы экстракттары эсегеҙ.

Уларҙы дарыуханала һатып алырға ла, үҙегеҙгә йыйырға ла мөмкин, тик быны пестицидтарҙан йыраҡ, таҙа урында эшләргә кәрәк. Уларҙан файҙалы һәм тәмле сәй килеп сыға.

 

Минералдар ҙа булһын

 

Минералдар бауырҙы таҙартыу өсөн кәрәк. Әлбиттә, дауахана препараттарын ҡабул итеү фарыз, шул уҡ ваҡытта туҡланыу рационы ла төрлө булһын. Бигерәк тә бауыр өсөн магний, кальций, калий, баҡыр, натрий, тимер, цинк, селен һәм марганец мөһим.

 

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

 

3 Бауырҙың төп бурысы зыянлы матдәләрҙе фильтрлау һәм уларҙы организмдан сығарыу булһа ла, ул ғүмер өсөн мөһим башҡа эшмәкәрлектәрҙә лә ҡатнаша. Мәҫәлән, үт секрецияһында, аминокислоталар метаболизмында, ҡан деполары функцияларын үтәүҙә, аҡһымды синтезлауҙа, ҡан ҡуйырыу контролендә, глюкоза кимәлен нормалләштереүҙә һәм башҡалар.

3 Иң таралған бауыр сирҙәре – бауырға май бөрөү йәки стеатогепатоз, үт китеүҙең боҙолоуы һәм таш йыйылыу сире, медикаменттар, алкоголь менән бауырҙың токсик зарарланыуы, киҫкен һәм хроник вируслы гепатит, бауыр циррозы, яман шеш.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас