

Билдәле булыуынса, йылдар үтеү менән ҡан тамырҙары бысрана. Уларҙың стенаһына органик булмаған тоҙ ултыра. Сара күрмәгәндә, бының атеросклерозға, ҡан әйләнешенең боҙолоуына, ҡан баҫымының күтәрелеүенә һәм варикоз сиренә сәбәп булыуы бар.
Шуның өсөн дә ҡан тамырҙарын даими таҙартып тороу, иҫкәртеү сараһын күреү бик мөһим.
Ысулдары күп. Беҙ өй шарттарында еңел әҙерләнгәнен тәҡдим итәбеҙ. Шифалы төнәтмә әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 100 грамм укроп орлоғо, ике ҡалаҡ онталған бесәй үләне (валериан) тамыры, ике литр ҡайнар һыу, ике ҡалаҡ бал.
Укроп орлоғон һәм онталған бесәй үләне бутап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 40 градусҡаса һыуынғас, ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ. Төнәтмәне быяла банкаға һалып, тышынан яҡшылап төрөп, бер көн ултыртып ҡуйырға кәрәк.
Ҡан тамырҙарын таҙартыу ниәтендә шифалы эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ ҡабырға. Дауаланыу ваҡыты – 20 көн. Шунан ун көн туҡтатып торорға ла курсты тағы ҡабатларға.
Дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Әҡлимә ҒИЗӘТУЛЛИНА.