

Һуңғы бер-ике йылда коронавирус пандемияһы йәмғиәттәге иң киҫкен һәм ҡурҡыныс проблемаға ҡарата иғтибарҙы кәметте: һүҙ әлегәсә дауа табылмаған ВИЧ-инфекцияһы хаҡында бара. Уға бәйле хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл киҫкенләшә.
Бынан ике тиҫтә йыл элек самаһы СПИД менән сирләүселәр күбеһенсә наркомандар булһа, бөгөн енси юл менән йоҡтороусылар күберәк, һәм улар төрлө социаль ҡатламдарға ҡарай. Быға тиклем ВИЧ социаль йәһәттән түбән баҫҡыста тороусыларҙың (наркомандар, фәхишәләр, асарбаҡтар һ. б. ) мөһөрө тиһәләр, хәҙер иһә белемлеләр, төрлө даирәләрҙә уңышлы эшләүселәр, юғарыраҡ социаль ҡатламдарға ҡарағандар араһында ла сирлеләр бихисап. Раушанияның ғибрәтле бәйәне лә – башҡаларға һабаҡ, уйландыра һәм хәүефләндерә торған хәл. Уға һүҙ бирәйек.
“Миңә 37 йәш. ВИЧ-инфекция йоҡҡанын бынан ун йыл самаһы элек осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Операцияға йыйынғас, анализдар тапшырҙым. ВИЧ-ҡа тигәне тотҡарланды, асыҡлай башлағас, “бер аҙ сабыр итегеҙ”, тинеләр. Унан инде “ыңғай” тигән яуап килде... Ышанманым. Был хәл минең менән түгел, ә төш кенә һымаҡ тойолдо. Тағы берҙе анализ тапшырҙым. Тағы ла шул уҡ яуап килде.
Был ваҡытта ирем менән айырылышып, ҡыҙым менән икебеҙ генә йәшәй инек. Олпат һәм тормошта ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкән Мират юлымда осрағас, яңы тойғолар тулҡынына сумдыҡ. Ғашиҡ уты булмышымды ялмап алды...
Ҡыҫҡаһы, хәлем тураһында Миратҡа һөйләгәс, ул мине ғәйепләргә маташты. Аҙағыраҡ иһә уның наркотиктар менән мауығыуы, шул арҡала ВИЧ һәм гепатит йоҡтороуы асыҡланды. Ә бит ҡарап торғанда уңышлы, аҡсалы, вазифалы кеше ине! Ауырыйҙыр тип башыма ла килмәне. Уны күрә алмай башланым, белә тороп һаҡланмауын ғәфү итмәнем. “Мин махсус дауаланам, ВИЧ йоғорға тейеш түгел ине”, – тип аҡланды ул, мин ярһығас.
Артабан шок хәлендә булдым. Нимә эшләргә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөҙәнем. Оло йәштәге атайым менән әсәйемә хәлем тураһында белгертергә телем әйләнмәне, баламды йәлләп бер булдым – үлеп китһәм, ул кемгә кәрәк был донъяла?
Ҡыҫҡаһы, диагноз билдәле булған аҙна томан эсендәге кеүек үтте. Йә ҡыҙып, аҡырып иланым, йә бер нөктәгә текәлеп, сәғәттәр буйы ултыра инем.
Унан ҡыҙым өсөн борсолоу өҫтөнлөк итә башланы. Ошо бәләкәскә сир йоғоп ҡуйһа? Айырым һауыт-һаба, түшәк кәрәк-яраҡтарын хәстәрләнем, өйҙәге йыуып булған нәмәләрҙең барыһын да зарарһыҙландыра тоған химикаттар менән йыуып сыҡтым. Унан баланы анализдар тапшырырға алып барҙым. Шөкөр, кире һөҙөмтә асыҡланды. Унан йотлоғоп ВИЧ-инфекция тураһында мәғлүмәт эҙләй башланым: нисек артабан йәшәргә, нисек һаулыҡты хәстәрләргә, ҡасан йоға, нимә, ҡайҙа, ҡасан... Мине ҡот осҡос депрессия ялмап алғанын тойҙом. Ни тиклем күберәк уҡыһам, шул тиклем йәшәгем килмәй башланы, өмөтөм һүнде, донъяның йәме китте.
“Әллә үҙемә ҡул һалайым да ҡуяйыммы?” – тип уйлап үткәргән йоҡоһоҙ төндәрҙә насар аҙымдан эргәмдә йоҡлаған сабыйым ғына ҡотҡарғандыр... Икенсе яҡтан тағы шик быуа ине: ундай йүнһеҙ әсәһе булғансы, булмағаны яҡшы... Ашауҙан яҙҙым, ябыҡтым. Эштә лә проблемалар башланды. Иң аяныслыһы – дауаланыу хаҡында уйламаным да, күпме яҙған, шулай йәшәрмен тип йөрөй бирҙем.
Бер мәл ҡыҙым ҡаты сирләп китте. Уның эргәһендә бер нисә йоҡоһоҙ төн үткәреп, баланың әсә йылыһына ни тиклем мохтаж икәнлеген күргәс, мейелә нимәлер “шылт” иткән кеүек булды. Яйлап ҡына артабан алға атларлыҡ көс таптым.
Эшемде алмаштырҙым. СПИД-ҡа ҡаршы махсус үҙәккә барып, иҫәпкә торҙом, белгестәр менән кәңәшләштем һәм дауалана башланым. Хәҙер бар тормошом балама ғына бағышланған. Диагнозды күңелем менән ҡабул иткәс, тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаланым, йәшәйештең, ябай ғына тормош ҡыуаныстарының баһаһын аңлай башланым. Әлеге ваҡытта ситтән ҡарағанда минең йәшәйешем һау-сәләмәт кешеләрҙекенән бер нимә менән дә айырылмай һымаҡ, төндәрен генә үкһеп илап алам, Хоҙайҙан гонаһтарымды ғәфү итеүен ялбарам, балам хаҡына оҙағыраҡ йәшәп булһа ине, тип теләйем.
Элекке ирем менән йәмһеҙләшеп айырылышһаҡ та, хәҙер мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырышам, балабыҙ атаһы менән йышыраҡ аралашыуын теләйем. Бер-бер хәл булһа, минең оло йәштәге ата-әсәмә өмөт юҡ, һуңғы сиккә етһәм, элекке иремә хәлемде һөйләрмен һәм баланы ташламауын үтенермен, тип ниәтләнем.
Бына шундай тормош: бәләкәй генә хаталы аҙым ғүмерҙең аҫтын өҫкә әйләндереүе ихтимал. Шуға һаҡланығыҙ, тәртипһеҙ енси мөнәсәбәттәргә юл ҡуймағыҙ, тип әйткем килә”, – тип һөйләне Раушания.
Фото: gdb.currenttime.tv