Сәләмәт булайыҡ
30 Ноябрь 2021, 11:36

Ҡәһәр һуҡҡыр сирҙе еңергә өйрән

Тик ул үтә ҡиммәткә төшмәһен.

kp40.ru; nuntiare.orgkp40.ru; nuntiare.org
Фото:kp40.ru; nuntiare.org

Бауыр… Мин уны тотош планета менән сағыштырам һәм уға оҡшатам. Беҙ, кешеләр, тирә-яҡ мөхиткә ныҡ бәйлебеҙ. Ер йөҙөндә аҡҡан һыуҙар саф, иҫкән елдәр таҙа, тәбиғәтебеҙ сәләмәт икән, беҙ ҙә шул халәттә булабыҙ. Йәшәп ятҡан еребеҙгә битараф булһаҡ, уны бысратыуға юл ҡуйһаҡ, үҙебеҙ ҙә ҡыйлауға өлөш индерһәк, сырхаулана барасаҡбыҙ. Бер көн килеп тирә-яҡ мөхит тә беҙҙе ағыулай башлаясаҡ...

 

Битарафлыҡ бәләһе

 

...“Ҡәһәр һуҡҡыр гепатит”, – тип башланы һүҙен миңә килгән Марина исемле ҡатын. Аптырағандан, инде артабан нимә эшләргә белмәгәндән юлыҡҡан ул миңә. Ун йылға яҡын гепатиттан уңышһыҙ дауаланыуын, дарыу һәм уколдар менән тиҫтәләгән курс үтеүен, тик анализдарҙың бер ҙә яҡшырмауын, һуңғылары хәленең мөшкөлләнә башлауын күрһәткәнен һөйләне. “Ун йыл ЭКО яһауҙарын көтәбеҙ. Ирем минән күпкә өлкәнерәк, беҙ тәбиғи юл менән бала таба алмайбыҙ, килеп сыҡмай. ЭКО алдынан анализдар тапшырғас, миндә гепатит барлығы асыҡланды. Тимәк, ЭКО эшләргә ярамай. Ошонан һуң дауаланыу башланды ла инде. Ун йыл буйы гепатитты еңә алмайбыҙ. Нимәләр генә эшләмәнек! Хәҙер инде ЭКО хаҡында уйламайым, үҙемә иҫән ҡалырға ине. Йәл, әсәлек бәхетен татыманым... Һуңғы мәлдә хәлемдең хөртәйгәнен тоям, һарғаям, тирем ҡартая”, – тип һөйләне ҡатын.

Ул муйынында папилломаларҙың күбәйеүен, тубыҡтан түбән балтырын баҫҡан фурункулдарҙың бөтмәүен, бил өлөшөн бәләкәй ҡыҙыл тәңкә кеүек сабыртма баҫыуын күрһәтте. Бик ныҡ тирләүен, тәненән һаҫыҡ еҫ сыға башлауын, сәстәре ҡойолоуын хафаланып һөйләне. “Ҡаным насар­ҙыр, моғайын. Ни эшләргә? Табиптар тағы бер ҡосаҡ дарыу яҙып ҡай­тарҙы...” – тине Марина, ауыр һулап.

Гепатиттың медицинала ниндәй сир икәнен аңлатып тормайым. Уның менән ауырығандар белә, сирләмә­гәндәргә урап үтергә яҙһын. Бары тик шуныһын билдәләйем: мөһим ағза – бауырҙы зарарлай торған ауырыу ул. Ул эштән сыға башлаһа, бар ағзаларҙа ла тайпылыш күҙәтелә. Гепатит вирусы арҡаһында бауырҙа уға хас булмаған күҙәнәктәр үҫешә, улар ағза күҙәнәктәрен баҫа һәм ҡыҫа башлай. Был зарарлы күҙәнәктәр бер ниндәй ҙә файҙалы процестарҙа ҡатнашмай, бары тик бауырға ҡамасаулай. Ябай һүҙ менән әйткәндә, улар – бауырҙың дошмандары, ағзала торғонлоҡ барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә, бауыр 500-ҙән ашыу функция үтәргә тейеш булһа, быны башҡара алмай башлай. Бауырҙың фильтр ролен үтәгән ағза икәнен беләбеҙ. Был эшмәкәрлеге боҙолһа, ҡан организм буйынса таҙартылмайынса аға, кеше һарғая йәки таҙартылмаған ҡан арҡаһында ағыулана башлай.

Ошо ерҙә бауырҙы төрлө витаминдар, файҙалы майҙар, минералдар сығара торған фабрика менән сағыштырыр инем, йәғни фабриканың цехтары әкренләп ябыла бара, ә бер көн килеп туҡтауы ла мөмкин. Кешенең дә бауырында шундай процесс бара. Сәс, ҡаш, керпек тиҙ ағара, тән күҙгә күренеп ҡартая, һарғая башлай, күҙҙең ағы һарғылт төҫкә инә, тире кибә. Ғүмергә ҡурҡыныс янаған процестар башлана, сөнки бауырҙағы торғонлоҡ арҡаһында организм кәрәкле витаминдар, минералдар алмай башлай. Ә алмашыу процесы өҙлөкһөҙ бара. Шул ваҡытта ғына беҙ йәшәйбеҙ. Бауыр торғонлоҡ арҡа­һында ҡабара, шешә  башлай, эштән сыға. Был бик ауыр күренеш күп кенә осраҡта цирроз йәки яман шеш кеүек диагноздар менән тамамлана.

...Марина менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡайҙа эшләүен, нисек һәм нимә ашағанын асыҡланыҡ, нимәләр эсеүен белдек. Бары тик дарыу менән генә гепатиттан ҡотолам тип өмөтләнеүе асыҡланды. Үткән ун йыл эсендә бүтән юлдар эҙләмәүе, “Был сирҙән ни өсөн һаман ҡотола алмайым һуң әле?” тип уйланмауы, дарыуҙар файҙа бирмәгәс, артабан эсеүҙән фәтүә булмаҫ, тип һығымта яһамауы уның ғүмеренә ҡурҡыныс янау дәрәжәһенә еткергәнлеге асыҡланды.

Шулай итеп, Марина уйын аҙ ғына булһа ла халәтен аңлауға бормауы һәм бары тик уны дауаларға тейештәр тип йәшәүе арҡаһында әсәй булыу бәхетенән мәхрүм ҡалыуы, үҙен-үҙе бәхетһеҙ итеүе асыҡланды. Был осраҡта табиптарҙы ғәйепләү дөрөҫ түгел, улар медицина ниндәй дарыу тәҡдим итә, шуны тәғәйенләгән. Ә иң мөһиме – йыш ҡына үҙебеҙгә үҙебеҙ табип икәнлекте онотабыҙ. Беҙ көн­дәлек ризыҡ, үҙебеҙ эскән шыйыҡ­салар аша ла дауаланыуҙы тәьмин итеүҙе уйларға тейешбеҙ. Шул ваҡытта ғына  дарыуҙарҙың да файҙаһы тейә.

Ошо урында “Гепатит ҡайҙан килеп сыға?” тигән һорауға, фәнни мәғлүмәттәргә таянып, ҡыҫҡаса яуап яҙғым килә. Күп кеше гепатит вирусын таратыусы булып тора, ә үҙҙәре ул турала белмәй. Уны йоҡтороу юлдары күп, сирҙең төрлө формалары бар. “Был вирус нисек йоға?” тигән һорау тыуһа, интернетҡа инеп уҡығыҙ. Ер йөҙөндә миллионлаған кешенең бауырында вирус “йоҡлай” һәм уңайлы шарттар тыуыу менән үрсей башлай. Ә инде ҡайһы бер кешеләр, иммунитеттарын яҡшы дәрәжәлә тотоп, бауырҙың сәләмәтлеген тәьмин итеп тора икән, улар был вирусҡа уянырға һәм үрсергә бирмәй тигән һүҙ. Ә организмды һаҡламайынса, сирле һәм көсһөҙ яһайбыҙ икән, вирус кеше ғүмеренә янай башлай.

Миҫал итеп, ошо йылдар эсендә осратҡан бәғзе кешеләрҙең гепатит менән сирләүгә этәргес булған сәбәптәрен яҙып китәм. Бәлки, быны кемдер ғибрәт тип ҡабул итер, һаулығына һаҡсыл ҡарашта тәрбиә­ләргә этәргес булып, сирҙе урап үтергә ярҙам итер. Үҙебеҙгә ҡарата битараф булыу, тәнебеҙ ағзаларын хөрмәт итмәү, һаҡсыл ҡарашта булмау бәләгә килтерә. Бауыр – беҙ ашаған ризыҡты эшкәртеп, кәрәкле элементтарға тарҡатып торған “фабрика”. Беҙҙең битарафлыҡтың бауырҙы ниндәй сирҙәргә еткереүен бығаса бер мәҡәләлә яҙғайным. Ҡыҫҡаһы, “сәләмәт бауыр һәм сирле йөрәк менән оҙон ғүмер йәшәп була, ә сирле бауыр һәм сәләмәт йөрәк менән – юҡ” тигән хәҡиҡәтте онотмағыҙ.

 

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

 

Олег исемле ир көнкүреш тех­никаһы магазинында йөк ташыусы булып эшләй ине. Физик яҡтан ауыр эш башҡарып, бауырына көс төшөргән ул. Һыуытҡыс, телевизор һәм башҡа техника ташыған, адрестар буйынса илткән. Физик көстө күп талап иткән эште башҡарыу өсөн көндәлек күнегеүҙәр, дөрөҫ туҡланыу менән тәнде нығытып тороу мөһим. Әгәр ҙә мускулатура ныҡ булмаһа, бауырға көсөргәнеш төшә. Көсәнеп күтәреү арҡаһында ул ҡыҫыла, тығыла, ғәҙәти хәлендә эшләй алмай. Шулай итеп, Олег хәленән килмәҫлек һөнәрҙә үҙен эшлектән сығарған. Ул гепатит менән бик оҙаҡ сирләне, һарғайып-ҡатып бөттө, көс-хәл менән иҫән ҡалды.

Биктимер иһә һалҡын көндә, ҡарлы ямғыр аҫтында, “эшләп бөтөрә һалайым” тип, баҙ төҙөй. Кейемдәре еүешләнһә лә, өшөһә лә ҡайтып китмәй. Үтәнән-үтә өргән ел эске ағзаларына хәтле үтә, шунан һуң ныҡ ауырый, аҙағы гепатит менән тамамлана. Көскә йырып сыҡты бәләне. Дауахана юлдарын тапау, оҙаҡ йылдар үләндәр эсеү, диета тотоу, файҙалы майҙар ҡулланыу, йога күнекмәләре яһау – барыһын да эшләргә тура килде уға.

Ғөмүмән, элек-электән бауырҙы һыуыҡ тейеүҙән һаҡлауға ныҡ иғтибар иткәндәр. Хәтерләүемсә, хатта йәй көнө лә тиренән йәки мамыҡтан һырып тегелгән күкрәксә кейеп йөрөнөләр, беҙҙең яҡтарҙа күптәр дебеттән бәйләп кейә ине. Атай-әсәй менән бесән сабырға күп йөрөнөк. Улар икеһе лә саба, беҙ тирләп-бешеп күбә ҡоябыҙ йәки яҫма әйләндерәбеҙ. Тирләгән көйө ергә ятырға ла рөхсәт юҡ ине. Атай-әсәй арбала өйҙән иҫке-моҫҡо юрған, фуфайка алып килә ине. Шуны йәйеп ята инек ял иткәндә. “Арҡағыҙға һәм бауырығыҙға һыуыҡ теймәһен”, – ти ине әсәйем.

...Роберт күпләп тоҙланған балыҡ, ыҫланған ит, шашлыҡ ашарға ярата. Ә был ризыҡтарҙы бауыр организмға зыян һалмаҫлыҡ итеп эшкәртеп, таҙартып бөтөрә алмағаны тураһында береһе лә уйланмай. Һөҙөмтәлә “фильтр” тығыла, ә алмаштырып ҡуйырға беҙ машина түгел. Тығылған “фильтр” тәнгә ҡанды таҙартмайынса ебәрә. Бауыр сигнал бирә ул. Ауыртып та ҡарай, ашаған ризыҡ эшкәртел­мәйенсә, кикереп тә йөрөйбөҙ, үт ҡыуығы әсетә башлай, кистән ашап ятып, иртәнсәк күҙ ҡабаҡтары ла шешенеп тора һәм башҡалар. Әммә ашау теләге шул хәтлем көслө...

Роберт өс йыл үлем менән яғалашты, дауаханала ла ятты, өйҙә лә дауаланды. 10, 16, 24-әр көн һыу менән генә асығыу көндәрен үткәрҙе, 10 ай буйы 10 тапҡыр ай тулған көндәрҙе бауырын таҙартты. Туҡ­ланыуын яйға һалды, төрлө үләндәр эсте. Еңеп сыҡты, тик ул үтә ҡиммәткә төштө.

...Гөлзифаның сирләү сәбәбе – бөгөн йыш осрай торған күренеш. Күп итеп кәнфит, торт, пирожный, татлы бәлеш ашарға яратыуы уның өсөн 38 йәшендә яҡты донъянан китеү менән бөтә яҙҙы. Ул хәтере ныҡ насарайып, китеп барған еренән ҡайҙа барғанын онота башлауына, ныҡ шешенеүенә, уң яҡ ҡабырға яғынан бауырының ҡабарып сыға башлауына, иртәнсәк торғас, телендә көрән төҫтәге япманың барлыҡҡа килеүенә аптырап, анализдар тапшырған. Һөҙөмтәлә йәшәргә аҙ ғына ҡалғанын аңлаталар. Ул йоҡоһонан тертләп уянған кеше кеүек була.

Гөлзифа барыһын да эшләне. Ныҡлы диета, һыу эсеп, ас тороу, бауыр таҙартыу, паразиттарҙан дауаланыу программаһын үтте. Сирҙе ҡыуалап сығарғас, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.

Бындай миҫалдар күп. Тик эш унда түгел. Беҙҙе Аллаһ Тәғәлә сәләмәт тән менән Ер йөҙөнә йәшәргә ебәргәнлеген бының өсөн бары тик үҙебеҙҙең ағзаларҙы ағыуламау, хәлде сиргә еткермәү кәрәклеген онотмау зарур.

 

Сирҙе урап үтеү юлдары бар

 

Яҙманы Маринаның тарихы менән башлап ебәргәйнек. Ул үҙ ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшкә ныҡлап тотондо, сөнки анализдары оҙаҡламай һуңға ҡаласағын күрһәтә ине. Нимәләр эшләнек һуң?

  1. Организмдың ағыулана башла­ғанын иҫтә тотоп, уға тиҙ арала ярҙам итеү ниәтенән күп итеп лимон һығып эсә башланыҡ. Бер эскәндә беренсе көн – биш, икенсе көн – 10, өсөнсө көн – йәнә 10, дүртенсе көн биш лимонды һығып эсергә кәрәк. Кәрәк булһа, был курс ике-өс тапҡыр ҡабатлана. Тештәре ҡамашҡан кеше­ләр трубка аша эсә ала. Стакандың өстән бер өлөшө – һыу, ҡалғаны – лимон һуты. Күпләп эселгән лимон һуты бауырға ла инеп, ундағы вирус арҡаһында үрсеп ятҡан сит күҙә­нәктәрҙе баҫа, С витамины ор­ганизмдың иммунитетын күтәрә, ҡандың составы яҡшыра, тән ағыуланыуҙан туҡтай башлай. Был процедура цитруслы емештәргә аллергияһы булмағандарға тәкдим ителә. Булғандарға уны ҡуйы итеп әҙерләнгән гөлйемеш һыуы, гранат ҡабығы төнәтмәһе, усаҡ ҡайыры төнәтмәһе һәм С витамины күп булған башҡа эсемлектәр менән алмаш­тырырға була.

Маринала аллергия юҡ ине. “Зәүхиә ҡайһылай яҡшы алым уйлап тапҡан”, – тип уйламағыҙ, уның авторы – билдәле халыҡ табибы Г.П. Малахов. Был алым менән организмдың ағыуланыуын туҡтатабыҙ, гепатит вирусын баҫабыҙ, бауырға көс бирәбеҙ.

Шулай уҡ был көндәрҙә бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн, уң яҡ ҡабырға яғына тулғансы һауа һулап, һауаны ҡыҫырыҡлап сығарыу алымын индерҙек. Көн уртаһында ваҡыт булған һайын яһау һәйбәт. Был бауырҙың эсендә ҡыҫҡартыусы мускул эшмә­кәрлеген яҡшырта, бауыр эсендәге торғонлоҡто ҡыуып сығара башлай. Бер рәттән вирус арҡаһында үрсегән зарарлы күҙәнәктәргә көн бөтә.

  1. Туҡланыуҙы тамырынан үҙгәрт­тек. Маринаның ашауы эш урынына бәйле ине. Көн буйы бары тик бешкән ризыҡ ҡулланыуы билдәле булды. Ошо көндән башлап ул иң тәүҙә бауырҙы сәләмәтләндерә торған сөгөлдөр кеүәҫе, һоло төнәтмәһе яһап эсә башланы. Бешмәгән сөгөлдөр, кишер ҡырып ашау, бүтән йәшелсәнән салаттар ашау мөмкинлеген тапты. Эшкә үҙе менән яһап алып барҙы. Бауырҙы сәләмәтләндерә торған үләндәрҙән төнәтмәне көн үҙәгендә сиратлап эсте. Расторопша, ромашка, мумие, укроп, гранат ҡабығы, имән ҡайырыһы... Һәр кем үҙенә яраҡлыһын таба, ҡыҫҡаһы.

Ай буйы бауыр таҙартыуға әҙер­ләндек. Бауырҙы таҙартыу алымының да һәр кем үҙенә яраҡлыһын табырға тейеш. Марина тулған ай көндәрендә Г.П. Малаховтың алымы буйынса лимон һуты һәм үҫемлек майы менән таҙарынды. Организмын таҙартҡан кеше үҙенән нимә сыҡҡанын үҙе генә белә. Таҙарынмаған кешегә яҙыуҙан файҙа юҡ, барыбер ышанмай.

  1. Дегәнәк япрағы һуты – бауыр өсөн иң файҙалы тәбиғи сара. Бер аҙ үҫеүгә үк, дегәнәк япрағының һутын һығып эсә башланы. Марина уны өс ай самаһы ҡулланды. Дегәнәк япрағының һуты хатта метастазаны туҡтата, юҡҡа сығара. Бауырҙың күҙәнәктәренә көс бирә, уларҙы тергеҙә. Шулай уҡ гепатитҡа ҡаршы көслө сара.
  2. Башыңа төшһә... Марина көн дә иртәнсәк бауырҙы сәләмәтләндереүгә ярҙам итә торған йога күнекмәләрен бер көн ҡалдырмайынса яһай башланы. Интернеттан видеоларын табып та уларҙы яһарға өйрәнде.

Өс ай һайын анализдар биреп торорға һөйләштек. Бер йылдан уның муйынында бер папиллома ла ҡал­маны, тәненә үҙ төҫө ҡайтты, ҡыҙыл тәңкәләр юҡҡа сыҡты, һыҙлауыҡтар уңалды. Анализдары нормаға килде. “Үҙемде шул тиклем еңел һәм рәхәт тоям, үҙемә үҙем бик оҡшайым. Аллаһ Тәғәләгә мең рәхмәт – ниһайәт, һауыҡтыммы ни мин? Ә бит оҙаҡ йәшәмәҫмен тип уйла­ғайным. Артабан да имен-һау йәшәргә яҙһын!” – ти ул.

Бына шулай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, тәнебеҙгә сәләмәтлек бирә торған ризыҡтар ашап, Аллаһ Тәғә­ләбеҙ тирә-яғыбыҙҙы тултырып үҫтергән үҫемлектәрҙең файҙаһын аңлап, ҡулланып йәшәһәк, ғазапланып йәшәүгә еткерә торған сирҙәрҙе урап үтеү юлдары асыла. Шул алымдарҙы табыу үҙебеҙҙең организмды аңлауҙан башлана.

 

Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА.

 

Татарстан Республикаһы.

Читайте нас