Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Декабрь 2021, 20:30

13-сө дауахана - иң яҡшыһы

"Уның ҡабул итеү бүлексәһендә эшләү минең өсөн сыҙамлыҡҡа һынау булды".

13-сө дауахана - иң яҡшыһы
13-сө дауахана - иң яҡшыһы

Өфөнөң 13-сө дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлауҙа иң яҡшы кәңәшсе системаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын алып, барыһын да таң ҡалдырҙы. Әммә дауахана етәкселеге өлгәшелгәндәр менән генә сикләнергә уйламай, йәш белгестәргә һөнәр нескәлектәрен камиллаштырыу буйынса артабан да ярҙам итергә, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер.

Бында хеҙмәт юлын башлаған һәр кем тәүге көндән үк  үҙен команда ағзаһы итеп хис итә, кәңәшсеһе менән бергә документтарҙы дөрөҫ тултырырға, пациенттарҙы ҡабул итергә өйрәнә. Табип Альбина Алексеева 13-сө дауаханаға эшкә килгәнсе поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итә. “Белемем һәм эш тәжрибәм булыуына ҡарамаҫтан, дауаханала тәүге мәлдә хеҙмәттәштәремдең кәңәштәренә таяндым. Ҡабул итеү бүлексәһендә эшләү минең өсөн сыҙамлыҡҡа һынау булды. Кәңәшсе-тәрбиәсенең роле баһалап бөткөһөҙ. Икеләнгәндә, төрлө һорауҙар килеп тыуғанда ул һиңә мотлаҡ ярҙамға килә. Айырыуса төнгө дежур итеү ваҡытында, пациенттар менән бер үҙең ҡалған саҡта уның һәр һүҙе, кәңәше алтынға бәрәбәр”, - ти табип.

Һөнәри тәрбиә мәктәбе бер тармаҡта ла ҡамасауламаясаҡ, айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уны киң йәйелдереүҙән һәр кем отасаҡ ҡына. Ярты йыл дауамында яңы белгесте профессиональ тәрбиәләү, өйрәтеү, тырышлыҡ бушҡа китмәй. Мәҫәлән, 11 йыл буйына ҡабул итеү-диагностика бүлексәһенең берҙәм коллективы тәжрибәле табип Гүзәл Марат ҡыҙы Хәзипова етәкселегендә уңыштарға өлгәшә. ”2018 йылда кәңәшсе-тәрбиәсе хәрәкәте беҙҙә “моронлаған” ваҡытта ҡабул итеү бүлексәһендә төп белгестәрҙең ни бары 20 проценты ғына ҡалды. Бүлексә һәр саҡ кадрҙар тимерлеге булды, әле лә аралашып, кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Беҙҙә алынған тәжрибәне улар райондарҙа тарата”, – ти бүлексә мөдире Гүзәл Марат ҡыҙы.

Әле 13-сө ҡала дауаханаһында 150 хеҙмәткәр кәңәшсе-тәрбиәсе ролен үтәй. Иң яҡшылары матди яҡтан дәртләндерелә, рәхмәт һүҙҙәренә, почет грамоталарына лайыҡ була. Дөйөм эш һөҙөмтәһеҙ ҡалманы, Рәсәйҙә үткән кәңәшсе-тәрбиәселәр конгресында Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһы илдә иң яҡшыһы тип табылды.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: