Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Декабрь 2021, 17:00

Бөгөндән кемдәргә QR-код кәрәк буласаҡ?

Федераль закон проектына ярашлы, QR-кодтар илдә кәм тигәндә 2022 йылдың йәйенә тиклем ҡулланыласаҡ.  

Бөгөндән кемдәргә QR-код кәрәк буласаҡ?
Бөгөндән кемдәргә QR-код кәрәк буласаҡ?

Өфөлә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы кеүек үк, халыҡ күп йыйылған урындарҙа QR-код системаһы эшләй. 1 декабрҙән ковидҡа ҡаршы QR-код нисек файҙаланыласаҡ? Билдәле булыуынса, һуңғы үҙгәрештәр 2021 йылдың ноябрь уртаһында индерелгәйне.

Әле Башҡортостан халҡы вакцина яһатыу тураһында QR-коды йәки ковидты үткәреүе тураһында белешмәһе, прививка яһатмау өсөн медицина күрһәтмәһе булмай тороп, майҙаны 1000 квадрат метрҙан артҡан сауҙа үҙәктәренә һәм баҙарҙарға инә алмай. Шулай уҡ 50-нән күберәк  урынлы кафеларға инеү тыйыла. Бынан тыш, кино, театр, фитнес-клуб, мунса, матурлыҡ салоны, спа-салон һәм башҡа косметика хеҙмәттәре учреждениеларына ингәндә QR-код  талап итәләр. Бөгөндән башлап шифаханаларҙа ял итеү өсөн дә уны мотлаҡ һораясаҡтар.

Федераль закон проектына ярашлы, QR-кодтар илдә кәм тигәндә 2022 йылдың йәйенә тиклем ҡулланыласаҡ. Фаразлауҙарға ҡарағанда, прививка яһатмағандар өсөн сикләүҙәр артабан да дауам итәсәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, вакцина яһатығыҙ!

Фото:kommersant.ru

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: