Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Декабрь 2021, 16:15

Битлегегеҙҙе кейегеҙ, рейдтар бара!

Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән граждандар өсөн бер мең һумдан өс мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Битлегегеҙҙе кейегеҙ, рейдтар бара!
Битлегегеҙҙе кейегеҙ, рейдтар бара!

Башҡортостан Транспорт  һәм юл хужалығы министрлығы йәмәғәт транспортында битлек режимын  күҙәтеү буйынса рейдтар үткәреүен дауам итә. Даими рейдтарҙың маҡсаты –коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү һәм пассажирҙарҙың, водителдәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Улар аңлатыу эштәрен алып бара, тәртип боҙоусыларға ҡарата административ саралар күрә. 

Йыл башынан алып Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы йәмәғәт транспортында битлек режимын күҙәтеү буйынса 156 рейд үткәрелде, 223 маршрут, Өфөнөң “Көньяҡ” автовокзалы, тимер юл вокзалы,  электр транспорты  идаралығы, “Башавтотранс” филиалдары  тикшерелде.  

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә транспорт саралары водителдәренә 50 административ протокол төҙөлгән. Барыһы ла ҡарар ҡабул итеү өсөн судҡа ебәрелгән, 19-ы буйынса иҫкәртеү яһалған, береһе буйынса штраф тәғәйенләнгән, 30-ы тикшерелә. Йыш ҡына санитария-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлмәүе, шәхси һаҡланыу сараларының булмауы асыҡланған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән  граждандар өсөн бер меңдән өс мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ҡабаттан тәртипте боҙғанда был штраф суммаһы 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем арттырылыуы ихтимал.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: