Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Декабрь 2021, 19:00

Тынысланырға әмәл юҡ...

Тағы 38 кеше вафат булды. Рәсәй буйынса ла шатланырлыҡ яңылыҡ хәбәр ителмәй.

Тынысланырға әмәл юҡ...
Тынысланырға әмәл юҡ...

Республикала һуңғы тәүлектә тағы ла 38 ауырыу коронавирус инфекцияһынан вафат булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары 3 583 кешегә етте. Был хаҡта коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса төбәк оператив штабы хәбәр итә.

Ковидты йоҡторғандар һаны республикала 107 меңдән ашты. Һуңғы тәүлектә 664 кешенең сирҙе эләктергәне, 659 пациенттың һауыҡҡаны билдәле.

Республикала коронавирустан прививка яһатыу дауам итә. Вакцинаның тәүге компонентын - 1 992 289, икенсеһен 1 739 951 кеше алған.

Рәсәй буйынса ла эпидемиологик хәл үҙгәрешһеҙ, әлегә шатланырлыҡ хәбәр юҡ. Тәүлектә вирусты 32 837 кеше йоҡторған, 1 226 ауырыу яҡты донъя менән хушлашҡан.

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: