Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Декабрь 2021, 16:00

Уйҙырмалар менән көрәшәсәктәр

Билдәле актриса Мария Шукшинаның "Яндекс"тағы ресурсын яптырғандар. Унда халыҡҡа чиптар ҡуйыу, самолеттарҙан һиптереп сир ебәреү, һарымһаҡтан коронавирусты еңгән серле дарыу хаҡындағы уйҙырмалар булыуы мәғлүм.

Уйҙырмалар менән көрәшәсәктәр
Уйҙырмалар менән көрәшәсәктәр

Рәсәйҙә  «Мракоборец»  –  “Ҡараңғылыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе” онлайн-берләшмәһе булдырылған. Ул коронавирусҡа бәйле ялған фәндәргә, йәшерен һүҙ ҡуйышыуҙарға ҡаршы сығыш яһай.  Берләшмәнең әүҙемселәре прививка яһатыуға ҡаршы булыусыларҙың ялған хәбәрҙәрен, фейк яңылыҡтарын фашлай.

Антиваксерҙарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барған телеграм-каналдың авторҙары ковид диссиденттарының идеялары, фекерҙәре буш һәм нигеҙһеҙ икәнлеген миҫалдар менән иҫбатлай, уларға ҡаршы көрәшергә  саҡыра.

- Социаль селтәрҙәр  бөгөн мәғлүмәт алыу урыны ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә мәғлүмәти көрәш майҙанына әүерелде. Төрлө сығанаҡтар буйлап фейк-яңылыҡтар йәшен тиҙлегендә тарала, вакцинациялау эшенә тап төшөрә. Антиваксерҙарҙың сығыштары, ғәҙәттә, агрессив була. Шуға бындай ресурстың барлыҡҡа килеүе бик яҡшы, - ти Октябрьский ҡалаһындағы 1-се ҡала дауаханаһының баш табибы  Сергей Иванов.

Ресурс барлыҡҡа килгәндән алып ике аҙна ваҡыт үткән, ә уны булдырыусылар интернет киңлектәрендә антиваксерҙар мәғлүмәтен таратыу менән шөғөлләнгән бер нисә төркөмдө ябыуға өлгәшкән дә.

Шул иҫәптән билдәле актриса Мария Шукшинаның "Яндекс"тағы ресурсын. Унда халыҡҡа чиптар ҡуйыу, самолеттарҙан һиптереп сир ебәреү, һарымһаҡтан коронавирусты еңгән серле дарыу хаҡындағы уйҙырмалар булыуы мәғлүм.

- Пандемия ваҡытында һәр кешенең ғүмере өсөн аяуһыҙ көрәшкәндә бындай каналдың барлыҡҡа килеүенә аптырарға түгел. Кешеләр мәғлүмәт  ағымында юғалып ҡала, кемгә ышанырға  белмәй. Шуға ла ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа яман икәнлеген айырырға өйрәткән сығанаҡтарҙың булыуы шатлыҡлы. Был каналда ысынбарлыҡҡҡа тап килгән дәлилдәрҙең булыуы, ундағы белгестәрҙең һөйләшеүгә әҙер тороуы яҡшы,  – ти  баш ҡаланың 3-сө Балалар стоматология дауаханаһының баш табибы Римма Ғәниева.

Әлеге ваҡытта https://t.me/againstdark һылтанмаһы буйынса  был төркөмгә ике меңдән ашыу кеше ҡушылған.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: