Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2021, 13:30

Бындай операцияны кардиология үҙәгендә генә яһайҙар

Ауырыуҙың хәле ауыр була, ул миокард инфаркты үткәргән, атеросклероздан яфаланған. Һөҙөмтәлә һул йөрәк ҡарынсығы аневризмаһы барлыҡҡа килгән.

Бындай операцияны кардиология үҙәгендә генә яһайҙарБындай операцияны кардиология үҙәгендә генә яһайҙар
Бындай операцияны кардиология үҙәгендә генә яһайҙар

Республика кардиология үҙәге хирургтары ҡаты сирле пациенттың ғүмерен операция ярҙамында ҡотҡарып ҡалды. Ауырыуҙың хәле ауыр була, ул миокард инфаркты үткәргән, атеросклероздан яфаланған. Һөҙөмтәлә һул йөрәк ҡарынсығы аневризмаһы барлыҡҡа килгән.

Йөрәк аневризмаһы – йөрәк мускулы тышсаһының ҡабарыуы менән бәйле патологик хәл, миокард инфарктынан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙең береһе. Ул йөрәк эшмәкәрлегенә һәм уның ҡыҫҡарыу функцияларына кире йоғонто яһау менән бергә, кинәт ярылып китеп, ғүмерҙе өҙөүе мөмкин. Аневризма миокард инфаркты кисергән ауырыуҙарҙың 10-35 процентында осрай, уларҙа йөрәк мускулының нескәреүе күҙәтелә. Пациентты тикшергәндән һәм бөтә тейешле анализдарҙы үткәргәндән һуң белгестәр операция яһарға ҡарар итә.

Рәмил Ишбулдин етәкселегендәге кардиологтар командаһы йөрәккә һәм йоҡо артерияһына операция яһай. Эш барышында уң яҡ йоҡо тамыры үҙгәртелә, тромб алына, һул йөрәк ҡарынсығындағы ҙур күләмле аневризма юҡ ителә. Ҡатмарлы операция ике сәғәт тирәһе дауам итә һәм уңышлы тамамлана. Әле пациенттың хәле тотороҡланған. Бындай үҙенсәлекле операцияларҙы бары республика кардиология үҙәгендә генә алтын ҡуллы хирургтар башҡара. Уларҙың һәр береһенә ихлас күңелдән уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас