

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында республикала вакцина яһатҡандар һанының ике миллиондан ашыуын билдәләне.
– Ике миллион кешелек психологик сикте үттек. Әммә беҙҙең алда өлкәндәрҙең 80 процентына прививка яһау бурысы тора, ә был 2 484 667 кеше тигән һүҙ. Беҙгә тағы 480 мең граждандың прививка яһатыуы кәрәк. Бары шул саҡта ғына коллектив иммунитетҡа өлгәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләү сараларын ҡабул иттек, улар ҡайһы саҡта ҡәнәғәтһеҙлек тә тыуҙыра. Әммә беҙ был сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһен күрәбеҙ, сөнки кешеләр беҙҙе ишетә, үҙ һаулығына һәм тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлегенә яуаплы мөнәсәбәт күрһәтә. Дөйөм алғанда, республикалағы коронавирусҡа бәйле хәлде тотороҡло тип иҫәпләйбеҙ. Артабан да санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү мөһим.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республиканың бөтәһе 2 514 683 вакцина дозаһы алғанын билдәләне. 2 декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, тәүге компонентын 2 003 946 кеше ҡаҙатҡан, вакцина яһатыуҙы 1 756 170 граждан тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 80,7 һәм 70,7 проценты тигән һүҙ. Кампания лидерҙары рәтендә – Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, Өфө райондары. Сибайҙа, Белорет һәм Бөрйән райондарында вакцина яһатыу темпы түбән.
Республикала вирусты йоҡторғандар һаны 107 696 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 662 яңы осраҡ теркәлгән. Бөтәһе 96 602 ауырыу һауыҡҡан, 658-е – һуңғы тәүлектә.
Максим Забелиндың әйтеүенсә, коронавирус таралыуы менән бәйле хәүеф зонаһында дүрт муниципалитет тора – Әлшәй, Йәрмәкәй, Краснокама, Кушнаренко райондары. Радий Хәбиров был биләмәләрҙә санитар-эпидемиологик сараларҙы көсәйтергә ҡушты.
Республикала йоғошло сир койкалары планлы рәүештә ҡыҫҡартыла. Коронавирус менән сирлеләр өсөн әле 2 985 урын йәйелдерелгән, ә ай ярым элек һигеҙ меңдән ашыу ине. Ковид-госпиталдәргә әүерелдерелгән дауаханалар планлы эшкә күсә. 15 ноябрҙән диспансерлаштырыу тергеҙелде.
Башҡортостан Башлығы 1 декабрҙән вакцина яһатмағандар өсөн яңы сикләүҙәр индерелеүен иҫкә төшөрҙө. Хәҙер ҡунаҡханаларға ковидҡа ҡаршы вакцина үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә сирҙе үткәреү тураһында белешмә йәки прививка яһатыуға ҡаршы медицина күрһәтмәһе (ПЦР-тест менән бергә) кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ республика буйынса баш санитар табип ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүсе вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә хаҡлы, был осраҡта хеҙмәт хаҡы ла түләнмәйәсәк.
Ултырышта донъяла тарала барған коронавирустың яңы штамы - “омикрон” тураһында ла һүҙ булды. Әлегә Рәсәйҙә яңы штамм йоҡтороу осрағы теркәлмәгән.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларында Яңы йыл сараларын үткәреү пландары менән уртаҡлашты. Балалар баҡсаларында байрам саралары айырым төркөмдәрҙә генә уҙасаҡ. QR-коды һәм сирҙе үткәреү тураһында белешмәһе булған ата-әсә сарала ҡатнаша ала. Мәктәптәрҙә байрам саралары айырым кластар өсөн үткәреләсәк, дөйөм мәктәп байрамдары булмаясаҡ.
24 декабрҙә муниципалитеттарҙа асыҡ һауала уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүселәр өсөн яңы йыл саралары үткәрелә, улар Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр аласаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уларҙы өйҙәрендә байрам менән ҡотлаясаҡ мобиль бригадалар ойоштороласаҡ.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров республикала санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе һәм прививка яһатмағандар өсөн сикләү сараларын контролләүҙе көсәйтергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.