Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2021, 08:30

Радий Хәбиров һаулығына яуаплы ҡарағандарға рәхмәт белдерҙе

"Беҙ планды 80 процентҡа үтәнек," - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы коронавирус буйынса оператив штаб ултырышында.

Радий Хәбиров һаулығына яуаплы ҡарағандарға рәхмәт белдерҙеРадий Хәбиров һаулығына яуаплы ҡарағандарға рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров һаулығына яуаплы ҡарағандарға рәхмәт белдерҙе

“Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан ике миллиондан ашыу кеше прививка яһатты. 2 003946 кеше вакцинаның беренсе компонентын һалдырҙы. Беҙ планды 80 процентҡа үтәнек, - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус буйынса оператив штаб ултырышын үткәргәс социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Әммә коллектив иммунитет булдырыу өсөн тағы 480 мең тирәһе кешегә прививка яһатыу кәрәк. Шуға күрә эште дауам итәбеҙ һәм, әлбиттә, бөтә санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәүҙе талап итәсәкбеҙ.

Үҙҙәренең һаулығына ғына түгел, тирә-яғындағыларҙың сәләмәтлегенә лә яуаплы мөнәсәбәт күрһәткән республика халҡына ҙур рәхмәт. Билдәләп үтәм, вакцина яһау һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү Башҡортостанда үлемде кәметеүгә килтерҙе. Шулай уҡ ковид койка-урын фондын һигеҙ меңдән 2985 урынға тиклем кәметергә мөмкинлек бирҙе. Бушаған урындарҙы беҙ башҡа сирҙәрҙе дауалау өсөн бүлдек. Һаулығығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ”.

Фото: Башҡортостан Башлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас