

Бөгөн Өфөлә “Беҙҙең хәстәр” проектының “Табиптарға рәхмәт” акцияһы барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров 1-се поликлиника хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм шәхси һаҡланыу саралары, тонометрҙар, татлы бүләктәр тапшырҙы.
"Хөрмәтле табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Пандемия осоронда иң ҙур яуаплылыҡ һеҙҙең иңдәргә ятты. Арығанлығығыҙҙы аңлайбыҙ һәм ирекмәндәр менән һеҙгә иғтибар бүлергә, күңелегеҙҙе күрергә тырышабыҙ", - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Әйткәндәй, баш ҡаланың 1-се поликлиникаһы Башҡортостанда вакцинациялау үткән граждандар һаны буйынса беренсе урында тора. 2020 йылдың декабренән башлап бында 45 меңдән ашыу кешегә прививка яһағандар.
Әлеге ваҡытта вакцинациялауҙың дүрт мобиль пункты эшләй. Шул иҫәптән береһе оло йәштәгеләр өсөн.
"Бер ай эсендә ошо махсуслаштырылған пунктта беҙ 1600-ҙән ашыу 65 йәшлек һәм унан өлкәнерәк кешегә прививка яһаныҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эшләһен өсөн шарттар тыуҙырыуына рәхмәтлебеҙ. Пациенттар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, был вакцинациялау тиҙлеген арттырыуға булышлыҡ итә”, - ти 1-се поликлиника етәкселәренең береһе Лариса Асҡарова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: оло йәштәгеләр өсөн махсуслаштырылған вакцинациялау пункттары Башҡортостандың барлыҡ райондарында эшләй, йәмғеһе 56 пункт бар.
Һәр аҙна “Сәләмәт кесаҙна” сараһы уҙғарыла, унда тематик лекциялар, бүләктәр оттороу ойошторола.
Был эш октябрь аҙағынан “Ололар тураһында хәстәр” акцияһына ярашлы яйға һалынған, ошо арауыҡта биш меңдән ашыу өлкән йәштәге кешегә прививка яһалған.
Яҡындағы пункттың адресын “Берҙәм Рәсәй ” партияһының колл-үҙәгенә 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратып, эш көндәрендә 9 - 18 сәғәттәр араһында белергә була. Шулай уҡ ошо номер аша вакцинациялауға яҙылырға ла мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.