Сәләмәт булайыҡ
3 Декабрь 2021, 05:30

Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, тормош дауам итә...

Баш ҡаланың үҫешеүе, айырыуса көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәге биләмәләрҙә халыҡтың артыуы яңы балалар дауаханаһы төҙөү кәрәклегенә ишаралай.  

Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, тормош дауам итә...Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, тормош дауам итә...
Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, тормош дауам итә...

Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағы нисек үҫешәсәк? Ҡасан да булһа коронавирус та сигенер, көсһөҙләнер, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса яңы бурыстар һәм мөһим эштәр генә кәмемәйәсәк әле.  Онлайн- брифинг барышында һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин тармаҡ алдында торған тәү сираттағы мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтте.

 2023 йылдан һуң Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы ҡала балалар дауаханаһын, Затон биҫтәһендә республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының икенсе сиратын һәм Һуғыш ветерандары госпитален төҙөү планлаштырыла. Баш ҡаланың үҫешеүе, айырыуса көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәге биләмәләрҙә халыҡтың артыуы яңы балалар дауаханаһы төҙөү кәрәклегенә ишаралай.  17-се ҡала балалар дауаханаһының кескәй пациенттарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге сикләнгән. Яңыһы күп профилле буласаҡ, хирургия, терапия бүлексәләре эшләйәсәк.

Өфөнөң Запотоцкий урамындағы республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы яңыртыуға, киңәйтеүгә мохтаж, иҫке һәм  тар, ҡыҫынҡы биналар заман талаптарына яуап бирмәй, әле яңы корпустар төҙөү өсөн майҙандар өйрәнелә, тип белдерҙе Азат Рәхмәтуллин.  Шулай уҡ 2023 йылдан һуң Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, республиканың төньяҡ-көнсығышында  яңы дауахана корпустары ҡалҡып сығасаҡ.

Быйыл республикала 12 капиталь медицина объекты, шул иҫәптән ике табиплыҡ амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йылға ла өмөттәр ҙур, Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһы, Баймаҡта балалар поликлиникаһы эш башлаясаҡ, 44 модулле ФАП монтажланасаҡ. Бынан тыш, Сибай һәм Туймазы ҡалаларында модулле конструкцияларҙан яңы йоғошло ауырыуҙар госпитале  төҙөләсәк.

 2023 йылға алты һаулыҡ һаҡлау объектын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы, Оло Ыҡтамаҡта дауахана, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы эргәһендә яңы поликлиника, Учалыла хирургия корпусы төҙөлөргә тейеш. Шулай уҡ кардиология үҙәген үҙгәртеп ҡороу тамамланасаҡ. Дөйөм алғанда, 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарға иҫәпләнәгән республика  адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 3,4 миллиард һумға  29 һаулыҡ һаҡлау объектын проектлау, төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла.

 Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас