Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Декабрь 2021, 17:00

“Беҙгә 43 йәш белгес килде!”

Медицина ойошмаларының электән килгән күркәм традицияһын тергеҙеү яҡшы күренеш...

“Беҙгә 43 йәш белгес килде!”
“Беҙгә 43 йәш белгес килде!”

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы коллективы 43 йәш белгесте эшкә алды. Улар яңы ғына эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, өлкән хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулап өлгөрҙө.  Медицина ойошмаларының электән килгән күркәм традицияһын тергеҙеү яҡшы күренеш. Белгестәрҙең профиле төрлө, араларында 27 табип, 13 урта звено хеҙмәткәре, өс клиник лаборатория белгесе бар.

 Йәш көстө Өфө ҡалаһындағы “Нур” дәүләт татар театрында тәбрикләнеләр. Клиниканың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов хеҙмәттәштәрен оло коллективҡа аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы.

”Һеҙ беҙҙең ҙур коллективыбыҙҙың бер өлөшөнө әүерелдегеҙ, һайлаған профессияғыҙҙың ни тиклем етди һәм яуаплы икәнен тойорға өлгөрҙөгөҙ. Медицина хеҙмәткәре– иң изге һөнәрҙәрҙең береһе, уға миһырбанлыҡ, тырышлыҡ, намыҫсанлыҡ, тәртипле булыу хас,”– тине етәксе. Ул йәштәрҙең һөнәрҙәрен яратып башҡарыуына, үкенмәүенә, лайыҡлы алмаш булыуҙарына өмөтләнеүен белдерҙе.

 Йәштәргә аҡ юл, уңыштар һәм,әлбиттә, ҡоростай сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: