Сәләмәт булайыҡ
3 Декабрь 2021, 05:37

Үҙәк кәрәклеген раҫланы

Көнөнә яҡынса 200 – 300 шылтыратыу ҡабул итәләр.

2020 йылдың ноябренән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башлағайны. 

Асылда был – бик ҙур колл-үҙәк, унда операторҙар, табиптар, медицина университеты уҡытыу­сылары ҡабул ителгән һорауҙарға яуап бирә, өйгә табип саҡыртырға йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юлларға ярҙам итә. Унан тыш, халыҡтың һорауҙарына Роспотребнадзор, Росздравнадзор, республиканың Гигиена һәм эпидемиология, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм башҡа ведомство белгестәре лә яуап бирә, профессиональ кимәлдә ярҙам күрһәтә. Быларҙың барыһы ла бушлай эшләнә.

Үҙәк координаторы урынбаҫары Лилиана Дауытова билдәләүенсә, медицина учрежде­ниела­ры­ның  иңенә ятҡан көсөргәнеш  ҙур, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа был ныҡ һиҙелә. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре консультация ярҙамы күрһәтеү генә түгел, сирләгәндәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур көсөргәнеш менән эшләй. Үҙәктең төп маҡсаты – медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә һалынған йөктө кәметеү, халыҡҡа консультация ярҙамы күрһәтеү. Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде, бихисап проблемалар тыуҙырҙы – шылтыратыуҙарҙа был асыҡ сағыла.

– Былтыр сиргә бәйле бил­дәһеҙлек, халыҡ араһында ғауға күп проблемалар тыуҙырҙы, һәм тап ошо сәбәптәр үҙәкте булды­рыуға этәргес бирҙе. Ваҡытында кешегә  аныҡ яуап биргәндә, йүнәлеш күрһәткәндә, коронавирус инфекцияһы тыуҙырған проблема­ларҙы хәл итеп була. Күпселек һорауҙарҙы операторҙар үҙҙәре яйға һалып ебәрә: кемдер медицина учреждениеларының йә башҡа ведомстволарҙың телефон һандарын белешә, кемдер ирекмәндәр менән бәйләнешкә инергә теләй. Бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа бихисап. Анализ һөҙөмтәләрен дә юллайҙар. Телефоныбыҙ күп каналлы, үҙәкләштерелгән – теләгән кеше мотлаҡ беҙгә шылтырата ала, – ти ул. 

Бер йыл эшләү осоронда коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге үтә кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын иҫбатланы. Был хаҡта шылтыратыуҙарҙың меңдәрсә иҫәпләнеүе, бер урында коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге булдырылыуы һөйләй.

Бер йыл эсендә үҙәктә 364 мең мөрәжәғәт ҡабул иткәндәр. Ошо ваҡыт эсендә медицина ойошма­ларының халыҡ менән диагностика, дауалау, вакцина яһау мәсьә­ләләре буйынса үҙ-ара хеҙмәт­тәшлеге тәьмин ителгән, эпидемиологик хәлгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең оператив моделе булдырылған, иң мөһиме – ауыр мәлдә медиктар консультация эшмәкәрлегенән арынған.

Коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырыуға барғас, операторҙар һаны кәметелгән. Тәүҙә Конгресс-холда 200-гә яҡын оператор эшләһә, әле был һан 23-кә ҡалған, улар Республикаға идара итеү үҙәгендә урынлаштырылған. Көнөнә яҡынса 200, 300 шылтыратыу ҡабул итәләр. Күп каналлы үҙәккә шылтыратыу өсөн 218-19-19 һандарын йыйырға кәрәк. Шылтыратыуҙар иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

“Беҙ халыҡты тынысландыра алдыҡ, социаль көсөргәнеште кәметеүгә өлгәштек. Был – бик яуаплы эш. Бындай үҙәктәр Рәсәйҙә башҡа юҡ. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, баш санитар табипҡа мөрәжәғәт итеп, федераль ҡаҙна иҫәбенә медицина учреждениеларының ҡабул итеү бүлектәрен, санитар ярҙам күрһәтеүселәрҙе, участка терапевтары, ФАП-тарҙы ковидҡа экспресс-тест менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙем. Был ғинуарҙан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ваҡытында ошондай кәрәкле, мөһим үҙәк булдырған өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт”, – тип билдәләй Үҙәктең координаторы, данлыҡлы табип Римма Үтәшева.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас