

Учалыла “Изгелек бүләк ит” ойошмаһы әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Ул 2016 йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһенең башланғысы буйынса, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Учалы инвалидтар ойошмаһы ҡарамағында асыла. 2019 йылдың авгусында юридик статус алып, айырым эшмәкәрлек башлай.
Матур башланғыс
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма үҙенә йөҙгә яҡын ”үҙенсәлекле” балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәһен туплай. Төрлө саралар уҙғарыла, бер генә байрам да, бер генә тантаналы ваҡиға ла билдәләнмәй үтмәй. Балалар бер-береһе менән таныша, аралаша.
– Инвалид баланың донъяға килеүе – һәр ғаилә өсөн ҙур һынау. Кемдер юғалып ҡала, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, кемдер, киреһенсә, ҡәҙерле кешеһе үҙен кәм тоймаһын, өйҙә бикләнеп тик ултырмаһын, тормошоноң һәр мәле сағыу үтһен өсөн тырыша башлай. Беҙҙә тап шундай тырыштар йыйылған, – тине ойошма етәксеһе, ике бала әсәһе Регина Абзалова.
Былтыр йәй “Изгелек бүләк ит” Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була. “Сикләүҙәрһеҙ тормош” проектын тормошҡа ашырыу өсөн уларға 308 мең һум аҡса бүленә. Был суммаға компьютерҙар, оргтехника, махсус музыка аппаратураһы – микрофондар, колонкалар, тауыш картаһы, микшер пульты һәм башҡалар һатып алына.
Проекттың төп маҡсаты – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы эстрада вокалына, хореографияға өйрәтеү, заманса музыкаль-компьютер технологияларын ҡулланып, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу. Проектҡа балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәһе, ирекмәндәр – һәммәһе ике йөҙҙән ашыу кеше йәлеп ителә.
Инклюзив концерт бригадаһы төҙөп, балаларҙың йырҙары тупланған диск сығарыуға өлгәшә ойошма ағзалары. Проектты тормошҡа ашырыуҙа “Bakshai Star” тауыш яҙҙырыу студияһы ярҙам ҡулы һуҙа.
Студияла ҡаланан ғына түгел, райондың Уральск, Илсе, Сәфәр, Ҡобағош ауылдарының талантлы балалары ла шөғөлләнә.
Грант аҡсаһының бер өлөшө сәхнә кейемдәре алыуға ла йүнәлтелә. Балалар район сәхнәләрендә лә концерт менән сығыш яһай.
Иғтибарҙан ситләтелмәгәндәр
Ойошманы бағыусылар, район хакимиәте лә хәстәренән айырмай. Яҙ Учалы районы хакимиәте уларға майҙаны 93 квадрат метр тәшкил иткән бина бүлә.
– Бина ике ҙур һәм бер нисә бәләкәй бүлмәнән тора, әммә уға ремонт талап ителә ине. Ата-әсәләр менән йыйылып, кәңәшләшкәндән һуң, кемдең күпме хәленән килә, шунса аҡса йыйырға булдыҡ. Бағыусылар, ата-әсәләр тырышлығы менән ремонт эштәре башҡарҙыҡ. Башҡорт алтын сығарыу компанияһы иҙәнгә линолеум алып биреште, “Браули smile” стоматологияһы, “Пионер” телестудияһы аҡсалата ярҙам итте. Буяу-һылау эштәрен ата-әсәләр менән бергәләп башҡарҙыҡ, электр үткәргестәрҙе, сантехниканы ла яңырттыҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ойошма рәйесе.
Ҙур бүлмәләрҙең береһен спорт залы итеп файҙаланырға ҡарар итә ойошма ағзалары. Ә спорт ҡорамалдары һатып алыу өсөн йәнә Республика Башлығы гранты конкурсында ҡатнашырға булалар.
Төрлөләр, әммә тиңдәр...
Сәләмәтлеге сикләнгән балаларҙы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән “Төрлөләр, әммә тиңдәр” проекты менән ойошма быйыл да еңеүселәр исемлегенә инә һәм 395 мең һум аҡсаға эйә була.
Грант аҡсаһына “Новус”, “Шаффлборд”, “Джакколо”, “Керлинг” тип аталған өҫтәл спорты уйындары, дартс, шашка, шахмат һатып алына һәм спорт залына урынлаштырыла. Белгестәр раҫлауынса, улар бигерәк тә баш мейеһе йәрәхәтләнеү арҡаһында хәрәкәт ағзалары зарарланғандар өсөн ҡулай.
Ошо көндәрҙә спорт залы асылыу айҡанлы, бәләкәй генә тантана ла ойошторолдо. Яҡты, йылы, иркен залда “үҙенсәлекле” балалар рәхәтләнеп яңы спорт ҡорамалдарын һынаны.
– Был спорт ҡорамалдары һаулығығыҙҙы нығытырға, буш ваҡытығыҙҙы файҙалы, күңелле итеп уҙғарырға ғына түгел, төрлө кимәлдәге, төрлө йүнәлештәге спорт ярыштарына ла әҙерләнергә ярҙам итәсәк. Бөгөн һеҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уҙғарыласаҡ республика һәм Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары барлығына һис тә шигем юҡ, – тине тәбрикләү сәләмендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шәғәлина һәм “Атайсал” проектына ярашлы балаларға уйынсыҡтар бүләк итте.
Ойошма етәксеһе Регина Абзалова спорт залын булдырыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, почет грамоталары тапшырҙы.
Маҡсаттар күп
Балалар менән аҙнаһына ике тапҡыр проект партнерҙары – Учалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары шөғөлләнәсәк. Грант аҡсаһының күпмелер өлөшөнә ойошма киләһе йылға Урал аръяғы райондарындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йыйып, спартакиада үткәрмәксе.
– Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, үҫешеп булмай. Балаларыбыҙ сит райондарҙан килгән ҡунаҡтар менән дә аралашһын, тигән маҡсат ҡуябыҙ. Ата-әсәләр өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән был бик мөһим, – ти Регина Данил ҡыҙы.
Әйткәндәй, ойошма, киләһе йыл йәнә Республика грантында ҡатнашып, спорт залына тренажерҙар һатып алырға иҫәп тота.
– Әлбиттә, бер үҙем бер нәмәгә лә өлгәшә алмаҫ инем. Балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер Дилбәр Әхмәҙиева, Елена Сәйғәфәрова, Гөлшат Ҡунаҡбаева, Гүзәл Шәрипова, Альбина Хәмбәлиева, Рәмилә Әһлиуллина, Гөлшат Әхмәтова, Альбина Мозағафарова һәм башҡа әсәйҙәр – ойошмабыҙҙың иң әүҙем ағзалары, минең төп терәгем. Беҙ бер ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ инде, шатлыҡта ла, күңелһеҙ ваҡыттарҙа ла бергәбеҙ, – ти ойошма етәксеһе.
Бына шундай яҙмыш һынауҙарына баш эймәй, алға ынтылған әүҙемдәр йәшәй Учалыла.
Һандар һәм дәлилдәр
* 1992 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы резолюцияһына ярашлы, 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип иғлан ителә. Физик кәмселектәре булғандарға иғтибар, уларҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырыла был дата.
* БМО статистикаһы буйынса, ер йөҙөндә 1 миллиард инвалид иҫәпләнә. Йәғни һәр 7-се кешенең теге йәки был физик кәмселеге бар. Физик, социаль-иҡтисади, башҡа кәртәләргә дусар була улар.
* Был байрамдың барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә “Уңайлы мөхит” программаһы эшләй башлай, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға кәрәклеген дә белдерә.
* Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, бөгөн Рәсәйҙә 12 миллион 93 мең инвалид йәшәй. Шуларҙың 1 миллион 360 меңе – беренсе, 6 миллион 47 меңе – икенсе, 4 миллион 49 меңе өсөнсө төркөмгә ҡарай. Инвалид балаларҙың һаны – 100 миллиондан ашыу.
* Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәү нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Шулай ҙа улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша. Күптәре, спорт өлкәһендә ныҡышмал шөғөлләнеп, юғары уңыштарға өлгәшә.
* Үҙҙәренең сәләмәтлектәре насар булһа ла, ҡайһы бер инвалидтар һау кешеләргә ярҙамға килә, күптәргә өлгө булып тора.
Шуларҙың береһе – Ник Вуйчич. Ул һирәк осрай торған тетраамелия синдромы менән, йәғни аяҡ-ҡулһыҙ тыуа. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн ул – донъяла танылған оратор, дингә әйҙәүсе, яҙыусы һәм бағыусы. Уның сығыштары меңәрләгән һап-һау кешегә тормошта үҙ юлын табырға ярҙам иткән.
Америкала йәшәгән Мэтт Стацман ике ҡулһыҙ тыуа, шуға ҡарамаҫтан, бар нәмәне аяҡтары менән эшләргә өйрәнә һәм донъяла иң мәргән уҡсы булып таныла, автомобиль йөрөтөргә лә өйрәнә.
Канада кешеһе Терренса Стэнли Фокса 19 йәшендә генә яман шеш ауырыуына дусар була, операциянан һуң аяҡһыҙ ҡала, әммә күңелен төшөрмәй, ил буйлап марафонда йүгерергә һәм рак менән ауырыусыларға аҡса йыйырға ҡарар итә. 5373 километрҙы ул 143 көн эсендә үтә. Һаулығы ҡаҡшау арҡаһында дистанциянан сыҡһа ла, 24 миллион доллар аҡса йыя. Уның башланғысын әле лә дауам итәләр.
Данлыҡлы музыканттар араһында ла тыумыштан сәләмәтлеге сикләнгән кешеләр күп. Стиви Уандер һуҡыр булып донъяға килһә лә, йырсы, композитор, пианино оҫтаһы, барабансы, продюсер булып таныла. 25 тапҡыр “Грэмми” премияһы лауреаты исемен яулай. Һуҡыр музыкант Рэй Чарльз да рок-н-ролл, джаз, кантри, блюз йүнәлешендә 17 тапҡыр “Грэмми” премияларын яулай.
Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре Ирек Зарипов, Рөстәм Нәбиев тә күптәргә һынмаҫ рух өлгөһө булып һанала.
Римма СОЛТАНОВА

