Сәләмәт булайыҡ
4 Декабрь 2021, 08:00

Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта

Былтыр Бүздәк районында ковидты 22 бала эләктергән булһа, быйыл 281 балала хәүефле диагноз раҫланған.

Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта.Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта.
Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта.

Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта. Хәҙер табип-педиатрҙар ҙа “ҡыҙыл зона”ла инфекционист булып эшләй. График буйынса бер смена эшләгәндән һуң иртәгәһенә поликлиникала кескәй пациенттарҙы ҡабул итергә кәрәк. Педиатрҙар көндөҙ ҙә, төнөн дә эш өҫтөндә.

Бүздәк үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһына  әсәһе менән килгән  был сабыйға өс кенә ай. Уға быума йүтәл, дифтерия һәм һын ҡатыу сиренән прививка яһатырға кәрәк буласаҡ. Әсәһе Гөлнур Кәлимуллина борсолмай, ”педиатрыбыҙ Лия Ғәзизова тәжрибәле табип, ҡыҙым уның ҡулында иламай ҙа. Һорауыбыҙ булһа, мин уға яҙам, һәр саҡ яуап ҡайтара,” ти.

Пандемия осоронда табиптарҙың эше ҡатмарлаша. Лия Марсель ҡыҙына коронавирус менән ауырыған хеҙмәттәштәрен дә алыштырырға тура килә. Өҫтәүенә ”ҡыҙыл зона”ла көсөргәнеш арта.

– Участкала балалар һаны күп булһа ла, улар менән эшләүе еңел. Ә бына ата-әсәләр менән аңлашыуы ауырыраҡ, табиптарға йыш ҡына психолог булырға ла тура килә, – ти табип. – Эштең көсөргәнешле булыуы ҡурҡытмай, ковид менән сирле балаларҙың артыуы ғына хәүефләндерә.

Былтыр Бүздәк районында ковидты 22 бала эләктергән булһа, быйыл 281 балала хәүефле диагноз раҫланған. Дауахана етәкселәренең әйтеүенсә, иҫкәртеү эшенә иғтибарҙы арттырыу мөһим, прививка кампанияһының һөҙөмтә биреүе һиҙелә. Дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Александр Овчинников әйтеүенсә, улар республикала беренселәрҙән булып, вакцина яһатыу күрһәткесен 80 процентҡа еткергән.  Эш һаман да дауам итә. Бөгөн районда ни бары 77 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас