Сәләмәт булайыҡ
4 Декабрь 2021, 07:00

Һоло кеҫәле нимәһе менән файҙалы?

Сихәтләндереүсе, көс-ҡеүәт биреүсе һәм тағы ла...

Һоло кеҫәле нимәһе менән файҙалы?Һоло кеҫәле нимәһе менән файҙалы?
Һоло кеҫәле нимәһе менән файҙалы?

Ул бигерәк тә ашҡаҙанға, бауырға, бөйөрҙәргә файҙалы, ти табиптар.

Уны рационда йыш ҡулланғанда ҡандағы холестериндың кәмеүе, үттәге һәм бәүел ҡыуығындағы таш иреүе күҙәтелгән. Дөйөм алғанда, сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыусы, көс-ҡеүәт өҫтәүсе, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыусы сара булараҡ билдәле ул.

Һолола углеводтарҙы үҙләштерергә ярҙам итеүсе фермент бар.
Һолонан кеҫәлде әҙерләүе еп-еңел: уның өсөн беҙгә 120 грамм геркулес йәки ваҡланған һоло ярмаһы, 500 миллилитр таҙа һыу, тәменсә тоҙ, бал кәрәк. Тейешле күләмдәге һыуға ярманы һалып биш сәғәткә (күберәк тә ярай) ебетергә ултыртабыҙ. Ярма бүртә, ә һыу аҡһыл төҫкә инә, әҙерәк әсей башлаһа ла, зыян түгел. Ҡатнашманы болғатып, шыйығын һөҙөп алабыҙ ҙа кәстрүлгә ҡойоп талғын утта болғай-болғай ҡайнатабыҙ. 10 минуттай ваҡыттан һуң ул ҡуйыра төшә. Төйөрҙәр барлыҡҡа килһә, тағы ла иләктән үткәрәбеҙ. Әҙер кеҫәлгә бал, кәрәк тип тапһағыҙ тоҙ өҫтәргә лә була. Кеҫәлде йылы килеш ҡулланыу яҡшыраҡ. Һөҙөлгән ярмаһын да әрәм итмәй, унан ҡоймаҡ йә икмәк бешерергә мөмкин.


Фото:ona-znaet.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас