Сәләмәт булайыҡ
4 Декабрь 2021, 11:00

“Рәхмәт,Таһир Фәрит улы!”

Атайым ҡаты ауырыны, үпкәһе ныҡ зарарланған ине, өҫтәүенә диабет...  Табип дөрөҫ дауа билдәләгәнгә, иғтибар күрһәткәнгә ҡәҙерле кешебеҙ иҫән ҡалды...

“Рәхмәт,Таһир Фәрит улы!”“Рәхмәт,Таһир Фәрит улы!”
“Рәхмәт,Таһир Фәрит улы!”

Бөгөн табиптарҙың ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәтенән, белем кимәленән  һәм кешелеклегенән күп нәмә тора. Аҙ ғына иғтибарһыҙлыҡ, ҡәҙерле ваҡытты юғалтыу, ауырыу  хәлен  дөрөҫ баһаламау  ғүмергә торошло булыуы мөмкин.  Бәхеткә ҡаршы, табиптарға дәғүә белдереүҙәргә ҡарағанда рәхмәт һүҙҙәре күберәк һәм йышыраҡ яңғырай. Был сираттағы йөрәктән сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Диана Әхмәҙуллина яҙа.

“Стәрлетамаҡ ҡалаһының ковид-госпитале коллективына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. 4-се корпус мөдире Таһир Фәрит улы Нурисламов беҙҙең ғаиләбеҙҙе оло ҡайғынан, бәхетһеҙлектән ҡотҡарып алып ҡалды. Әгәр ауыр хәлдәге атайыбыҙ ошо ҙур йөрәкле, белемле табипҡа барып эләкмәгән булһа, беҙ уны юғалтҡан, күрешеү шатлығынан мәхрүм  булыр инек.  Атайым ҡаты ауырыны, үпкәһе ныҡ зарарланған ине, өҫтәүенә диабет...  Табип дөрөҫ дауа билдәләгәнгә, иғтибар күрһәткәнгә ҡәҙерле кешебеҙ иҫән ҡалды. Өҫтәүенә телефон аша уның хәле менән таныштырып  тороға ваҡыт тапты, кәңәш бирҙе. Рәхмәтебеҙҙең, ихтирамыбыҙҙың иге-сиге юҡ! Атайыбыҙҙы дауалаған Т.А. Ибраһимовҡа рәхмәтебеҙҙе ишеттергебеҙ килә, ул алтын ҡуллы, йомарт күңелле табип! Һеҙ беҙгә Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән фәрештәләрҙәй булдығыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото:"Башинформ"

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас