

“Һаулыҡ һаҡлауҙа сифат лидеры” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсы медицина ойошмаларында эш сифатын һәм хәүефһеҙ эшмәкәрлекте яҡшыртыуҙа һөҙөмтәле аҙым буласаҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһалау өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең эксперттары ла йәлеп ителгән. ”Роскачество” премиялар биреү буйынса Совет секретариаты булып тора.
Конкурста Башҡортостандың медицина ойошмалары ла әүҙем ҡатнашты. Бәйге финалында республика медицина ойошмаларын күреү һөйөнөслө. Шулай итеп, “Һаулыҡ һаҡлауҙа сифат лидеры” исеменә республикабыҙҙың өс дауаханаһы лайыҡ булды. “Медицина эшмәкәрлегенең сифатын һәм хәүефһеҙлеген күтәреүҙә иң яҡшы урта медицина персоналы тәжрибәһе” номинацияһында Күмертау ҡалаһы дауаханаһы еңеп сыҡты. “Медицина ойошмаһының клиенттарын хеҙмәтләндереүҙә алдынғы сифат” номинацияһында Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһы билдәләнде. “Медицина ойошмаһында проектлы идара итеү инструменттарын ҡулланыуҙа алдынғы тәжрибә” номинацияһында Республика балалар клиник дауаханаһы алдынғылыҡ яуланы. Еңеүселәр һәм конкурс лауреаттарын 7-8 декабрҙә үтәсәк ХIV Бөтә Рәсәй “Медицина һәм сифат–2021” фәнни конфренцияһында наградлаясаҡтар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу һәм медицина хеҙмәте сифатын яҡшыртыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.