

Күптән түгел оло йәштәге күршебеҙ дауахананан сыҡты. Уны урамда осратҡас, танымай торҙом: ныҡ ябыҡҡан, саҡ атлап йөрөй. “Был хәлдә урамға сығыу яраймы һуң? Һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе!” – тигәс, Лилиә ханым ковид госпиталендәге михнәттәрен һөйләп үтте, сирҙең шул тиклем аяуһыҙ булыуын һәм ауыр кисереүен билдәләне.
“Әгәр йәй көнө әхирәтемдең һүҙенә ышанмаған булһам, был хәлгә төшмәҫ инем, моғайын. Ул вакцинациялауҙан баш тартырға өгөтләне, шифалы үләндәр ҡулланырға, халыҡ саралары менән һаҡланырға кәрәк, тине. Абруйлы ханым булғас, ышандым, бәлә мине урап үтер тип уйланым. Сирҙе ҡайҙа йоҡторғанымды ла белмәйем, әммә хәлем хөртәйгәндән-хөртәйгәс, дауаханаға оҙаттылар, үпкәнең 70 проценты елһенгән тинеләр. Үлемдән саҡ ҡалдым. Ике ай дауаланам инде. Әле бер аҙ саф һауа һулайым тип саҡ тышҡа сыға башланым. Ваҡыты еткәс, мотлаҡ прививка яһатам – сиргә ҡаршы тороуҙың башҡа юлы юҡ икәнлегенә инандым”, - тине Лилиә апай.
Эйе, ҡәһәрле коронавирус өсөн байрам да, ял да, йәше лә, ҡарты ла юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тажлы зәхмәт ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, санитария-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ! Беҙҙең именлек - беҙҙең ҡулда!
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 641 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 109650-гә етте.
Һауыҡҡандар – 98570 (һуңғы тәүлектә 654 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 3728 (һуңғы тәүлектә – 38), уларҙың 3342-һе - 60 йәште уҙған оло кешеләр.
Республика стационарҙарында – 480 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙғандар һаны 314-кә тиң (дөйөм иҫәптән 98 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 12-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 6872 кеше дауалана, уларҙың 4684-е алтмышты уҙған.
Бер тәүлектә пневмония 64 кешелә асыҡланған, 62 кеше ошо диагноз менән дауахананан сығарылған.
Башҡортостанда Covid-19-ҙан вакцинациялау планы - 2 484667 кешегә тиң (республикала өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һаны – 3 105836)
Дөйөм алғанда, республикаға коронавирустан 2 637758 доза вакцина ҡайтарылған. Беренсе компонент 2 029 400 кешегә яһалған. Был вакцина яһарға тейешле кешеләр һанының 81,7 проценты. Ике компонент та 1 794301 кешегә эшләнгән (72, 2% ). Бер тәүлектә 9 534 кеше вакцина яһатҡан (беренсе компонент - 3 826, икенсеһен - 5 708 граждан).
Республикала 60-ты уҙғандарҙың һаны - 890387. Улар араһында беренсе компонентты - 523470 кеше, икенсеһен 459157 кеше эшләткән.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, дуҫтар!
Фото: rbk.ru