

Ҡасан да булһа коронавирус та сигенер, көсһөҙләнер, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса яңы бурыстар һәм мөһим эштәр генә кәмемәйәсәк әле. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған тәү сираттағы мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтеп, тормошҡа ашырылған һәм киләсәккә планлаштырылған мөһим эштәрҙе бергәләп барлайыҡ.
2023 йылдан һуң Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы ҡала балалар дауаханаһын, Затон биҫтәһендә республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының икенсе сиратын һәм Һуғыш ветерандары госпитален төҙөү планлаштырыла. Баш ҡаланың үҫешеүе, айырыуса көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәге биләмәләрҙә халыҡтың артыуы яңы балалар дауаханаһы төҙөү кәрәклегенә ишаралай. 17-се ҡала балалар дауаханаһының кескәй пациенттарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге сикләнгән. Яңыһы күп профилле буласаҡ, хирургия, терапия бүлексәләре эшләйәсәк.
Өфөнөң Запотоцкий урамындағы республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы яңыртыуға, киңәйтеүгә мохтаж, иҫке һәм тар, ҡыҫынҡы биналар заман талаптарына яуап бирмәй, әле яңы корпустар төҙөү өсөн майҙандар өйрәнелә, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин. Шулай уҡ 2023 йылдан һуң Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, республиканың төньяҡ-көнсығышында яңы дауахана корпустары ҡалҡып сығасаҡ.
Быйыл республикала 12 капиталь медицина объекты, шул иҫәптән ике табиплыҡ амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йылға ла өмөттәр ҙур, Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһы, Баймаҡта балалар поликлиникаһы эш башлаясаҡ, 44 модулле ФАП монтажланасаҡ. Бынан тыш, Сибай һәм Туймазы ҡалаларында модулле конструкцияларҙан яңы йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөләсәк.
2023 йылға алты һаулыҡ һаҡлау объектын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы, Оло Ыҡтамаҡта дауахана, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы эргәһендә яңы поликлиника, Учалыла хирургия корпусы төҙөлөргә тейеш. Шулай уҡ кардиология үҙәген үҙгәртеп ҡороу тамамланасаҡ. Дөйөм алғанда, 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарға иҫәпләнәгән республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 3,4 миллиард һумға 29 һаулыҡ һаҡлау объектын проектлау, төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла.
Ошо йылдың туғыҙ айында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нисек үтәлгән? Һаулыҡ һаҡлау тармағының коллегия ултырышында проектты финанслауҙың 2,5 миллиард һумға төшкәнен белдек. Был сумманың 2,025 миллиард һумы - федераль, 568 миллион һумы республика бюджетынан.
Бынан тыш, “Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы мәғлүмәттәр ҙә билдәле. Декабрь айы башына “АНСАТ” вертолетында 147 осош яһалған, 147 пациент эвакуацияланған.
Ноябрь айында “Транспорт аҙнаһы”нда республикаға медицина модулле икенсе “АНСАТ” вертолеты тапшырылды. Оҙаҡламай Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән 2022 йылда санитар авиация осоштарын финанслау тураһында килешеү төҙөләсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа республикала 139 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табиплыҡ амбулаторияһы ҡалҡып сыҡты, 28 күсмә медицина комплексы алынды. Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы буйынса 73 модулле ФАП ҡуйыласаҡ. Ауылдарға эшкә килгән медицина хеҙмәткәрҙәрен матди дәртләндереү саралары күрелә. Быйыл 705 кешене маҡсатлы уҡытыуға килешеүҙәр төҙөлгән. “Ауыл табибы” программаһы буйынса 38 фельдшер 500-әр мең һум, тар белгеслеккә эйә 42 табип берәр миллион һум аҡса алды. Республика “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үткәрелгән сараларҙы мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу кимәле буйынса илдең төп биш төбәге рәтенә инә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.