Сәләмәт булайыҡ
6 Декабрь 2021, 07:45

Хәлдәр тотороҡлана башланы

Шулай булһа ла 84 кешенең хәле ауыр. 

Хәлдәр тотороҡлана башланыХәлдәр тотороҡлана башланы
Хәлдәр тотороҡлана башланы

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыттағыса коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башланды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.

Пандемия башланыу менән коронавирус сире 110280 кешегә йоҡҡан. Һуңғы тәүлектә был инфекция 632 пациентта табылған. 639 кеше иһә һауығып сыҡҡан, бөтәһе 99300 кеше сирҙе еңгән.

– Әлеге ваҡытта 6859 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 450 кеше дауаханаларҙа ята. Ауыр хәлдәгеләр ҙә күп – 84 пациент, улар интенсив терапия бүлегендә, – тине Максим Забелин. – Әле беҙҙә йоғошло сирҙәр өсөн 2800 урын әҙерләнгән, уларҙың 70 процены биләнгән. Беҙ был урындар һанын яйлап кәметеүҙе дауам итәбеҙ. Дауаханалар яңынан үҙҙәренең профилендәге эш менән шөғөлләнәсәк.

Коронавирустан вакцинацияға килгәндә, әле уның беренсе компонентын эшләтергә тейеш кешеләрҙең 81 проценты яһатҡан. Был – 2031703 кеше. Халыҡтың 72 проценты, 1798250 кеше вакцинацияны тамамлаған.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙҙә хәлдәрҙең тотороҡланыуы күҙәтелә. Әммә тынысланырға иртә. Прививка һалдырыу һәм сикләү саралары дауам итә.

Фото: life.ru

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас