

Һыуыҡта ҡул тиреһе кибеп, унан да яманырағы ярылып ыҙалата. Күпме крем һөртһәң дә файҙаһы юҡ. Таныш күренешме? Шулай икән, түбәндәге кәңәш һеҙҙең өсөн.
Үҙебеҙ әҙерләгән был сара тире ярылыуын ғына түгел, ундағы таптарҙы ла бөтөрә ала. Уны үтәү өсөн ни бары ярты сәғәт ваҡыт талап ителә.
Тәүҙә бер литр йылы һыуҙа ике ҡалаҡ тоҙ иретеп, ҡулды шунда 10 минут тирәһе тоторға кәрәк. Шунан уны йыумайынса май - уны бер йомортҡа һарыһы, берәр ҡалаҡ бал һәм үҫемлек майы ҡушып әҙерләйҙәр - һөртәбеҙ. 20 минуттан тәбиғи япма йыуып төшөрөлә. Бик һөҙөмтәле был сара тирене туҡландыра ла, йомшарта ла, шымарта ла. Өс-дүрт тапҡыр шулай эшләгәндән һуң, ҡул ярылыу тураһында бөтөнләй булмаған һымаҡ онотолор.
Фото:proprikol.ru