Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2021, 20:15

Сикләүҙәрҙе һанға һуҡмағандар ҙа бар

Ҡайһы бер ҡунаҡхана хужалары өсөн табыш санитар хәүефһеҙлектән мөһимерәк булып сыҡҡан...

Сикләүҙәрҙе һанға һуҡмағандар ҙа бар
Сикләүҙәрҙе һанға һуҡмағандар ҙа бар

Декабрь башынан республика ҡунаҡханаларына бары вакцина яһатыу тураһында сертификат, коронавирус сирен үткәреү хаҡында белешмә йәки кире ПЦР тест менән бергә прививка яһатмауға бәйле табип күрһәтмәһе булған осраҡта урынлашырға мөмкин. Был указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны.

Әммә ҡайһы бер ҡунаҡхана хужалары өсөн табыш санитар хәүефһеҙлектән мөһимерәк булып сыҡты. Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы белгестәре быны үҙ күҙҙәре менән күреп раҫлаған.

Яҡтыкүл яры буйы элеккесә ял итеүселәр тауышынан гөрләп тормай. Популяр турбазалар саңғысыларҙы һәм Яңы йыл корпоративтарын көтә. Тик ҡунаҡтар был сараларға QR-код менән генә инә аласаҡ. Ҡунаҡхана администраторы Анастасия Маевская әйтеүенсә, барыһын да алдан иҫкәрткәндәр, әлегә бер кем дә брондән баш тартмаған.

Отелдәрҙә буш номерҙар күп. Хеҙмәткәрҙәр быны ҡышҡы миҙгел башланыуы менән бәйләй, оҙаҡламай ял итеүселәрҙең артасағына өмөтләнә. Персонал тулыһынса прививка яһатҡан. Ә бына шәхси ҡунаҡхана йорттары етәкселәренең ҡағиҙәләрҙең үтәлешенә битарафлыҡ күрһәтеүе асыҡланған. Башҡортостан Башлығы указы Белорет сигендәге бәләкәй ҡунаҡхана өсөн "яҙылмаған" икән... Унда вакцина яһатыу тураһында белешмәһе булмағандарҙы ла урынлаштырырға әҙер тороуҙары асыҡланған. Контроль идаралығы Белорет районында егермегә яҡын ҡунаҡхананы тикшергән. Күбеһе яңы сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул иткән. Хеҙмәткәрҙәрҙең әйтеүенсә, яңы ҡағиҙәләр индерелгәндән һуң туристар ағымы кәмегән. Яңы йыл байрамдарына ҡунаҡтарҙың артыуы көтөлә.

Белорет районында коронавирустан вакцина яһатыу темпы түбән. Указды урындағы отельерҙар тулыһынса күҙәтәсәк, шулай булғас, тейешле белешмәләрһеҙ тау саңғыһы миҙгеле асылған мәлдә лә бында ял итеп булмаясаҡ.

Фото: BashNews.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: