Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2021, 20:30

Вакцинаға ышанмаһаң, “ҡыҙыл зона”ға кил

Коммунистар партияһынан Юнир Ҡотлоғужин, депутат булараҡ халыҡ менән тығыҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, прививка яһатырға ашыҡмай...

Вакцинаға ышанмаһаң, “ҡыҙыл зона”ға кил
Вакцинаға ышанмаһаң, “ҡыҙыл зона”ға кил

Һаман да вакцина яһатырға шикләнәһең икән, "ҡыҙыл зона"ның ишектәре һинең кеүек икеләнгәндәр өсөн асыҡ: бындағы хәлде үҙ күҙҙәрең менән күреп, һығымта яһай алаһың.

Был юлы журналист Светлана Ғәфүрованан тыш, ковид-госпиталгә ойошторолған экскурсияға "Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы"ның төбәк бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин да саҡырылды. Депутат булараҡ халыҡ менән тығыҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, ул да прививка яһатырға ашыҡмай. Әлегә организмында антиесемдәр кимәле юғары булыуын билдәләй, шуға күрә прививка яһатыуҙы һуҙа икән.

Өфөнөң Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә әле ике йөҙҙән ашыу пациент дауалана, уларҙың 27-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ауыр хәлдәгеләрҙең береһе лә прививка ҡаҙатмаған...

Экскурсияға килгәндәр вирус йоҡтороуҙан һаҡлаусы костюмдарҙа йөрөүҙең ни тиклем ауыр булыуына ышанды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров - вакцина яһатыуҙы яҡлап сығыш яһаусыларҙың береһе, уның маҡсаты – “ҡыҙыл зона”ға ошондай сәфәрҙәр ойоштороп, вакцинаға шикләнеүселәрҙең уйҙырмаларын селпәрәмә килтереү. “Ҡыҙыл зона”ла уҙғарылған фекер алышыуҙар һөҙөмтәһеҙ үтмәҫ, тип көтөлә.

Йәмғиәттә сәләмәт тормошҡа, табиптарға, ғалимдарыбыҙҙың эшмәкәрлегенә ышанысты арттырырға кәрәк. Ошо маҡсатта вакцина яһатыуға шикләнеүселәр өсөн эксурсияларҙы айына ике тапҡыр уҙғарыу планлаштырыла. Һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер...

Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: