Сәләмәт булайыҡ
8 Декабрь 2021, 04:30

Ишембайҙар әүҙемлек күрһәтә

Бында өлкәндәр өсөн ойошторолған пункттарҙа 1372 кеше прививка яһатҡан, ололар аҙна һайын үткәрелеп килгән “Сәләмәт кесаҙна” акцияһында ҡатнаша.

Ишембайҙар әүҙемлек күрһәтәИшембайҙар әүҙемлек күрһәтә
Ишембайҙар әүҙемлек күрһәтә

Башҡортостанда 65 йәштәге һәм унан өлкәнерәктәр өсөн махсус ойошторолған вакцинация пункттары эшләгәне мәғлүм. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкәндәр тураһындағы хәстәрлек” тип аталған махсус акцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ошондай пункттарҙа 7928  кешегә прививка яһалған, унда өлкән йәштәгеләр сиратта оҙаҡ ултырмаһын, күп кешеләр менән аралашмаһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мельников  әйтеүенсә, республиканың һәр район-ҡалаһында ошондай  пункттар эшләй.

“Ишембай районының ғына ошондай пунктында 1372  оло кеше прививка яһатҡан, өлкәндәр аҙна һайын үткәрелеп килгән “Сәләмәт кесаҙна” акцияһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә төрлө медицина белгестәре лекциялар уҡый, файҙалы мәғлүмәттәр менән таныштыра, медицина техникаһы уйнатыла. Унан тыш, һәр өлкән йәштәге кешегә сәләмәтлек йыйылмалары – гигиена һәм һаҡланыу саралары таратыла", - ти Александр Мельников.

Ишембайҙағы  вакцинациялау пунктында  “Өлкәндәр тураһындағы хәстәр” акцияһы барышында  150-нән ашыу сәләмәтлек йыйылмаһы тапшырылған, антисептик һәм битлектәр менән йөҙ пакет,  шулай уҡ бүләктәр һәм аҙыҡ-түлек йыйылмалары бирелгән.

Акцияға БР Дәүләт Ййыйылышы - Ҡоролтайҙың “Берҙәм Рәсәй” партияһына ҡараған депутаттары ла ҡушылған. Вакцинациялау үткән өлкәндәр үҙҙәре һәм яҡындары өсөн яуаплылыҡ тоя, тип белдерә улар. Депутаттар йыйған аҡсаға сәләмәтлек йыйылмалары һатып алына һәм өлкәндәргә таратыла. Шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнгән граждандарҙы вакцинация пунктына алып килеү саралары ла күрелә.

Өлкән йәштәгеләр вакцинация пункттары адресын “Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәгенә эш көндәрендә 9 – 18 сәғәттәрҙә  8-800-201-89-03 телефонына бушлай шылтыратып белешә ала, ошонда уҡ вакцинациялауға яҙылырға ла мөмкин.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас