

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов республиканың тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаларының яңы шарттарҙағы эше тураһында журналистар менән брифинг үткәрҙе.
Был ойошмалар пандемия шарттарында көсөргәнешле эшләй. Режим түбәндәгесә: дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем поликлиникалар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә, шулай уҡ өлкәндәрҙе прививкалау дауам итә. Амбулатор этапта өйҙәге пациенттарға медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн поликлиника хеҙмәткәрҙәренә транспорт бүленгән. Етәксе әйтеүенсә, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары, ординаторҙары, медицина колледжында уҡыусылар ошондай ҡатмарлы мәлдә ҙур ярҙамсы.
Граждандарға уңайлы булһын өсөн вакцина яһатырға алдан яҙылырға була. Хеҙмәт коллективтарына сығыу өсөн күсмә мобиль медицина бригадалары эшләй. Республикала диспансерлаштырыу тергеҙелгән, быйыл уны 628 980 пациент үткән, һөҙөмтәлә тәүге тапҡыр 59 436 сир осрағы асыҡланған. Беренсе урында – ҡан әйләнеше системаһы, икенселә – аҙыҡ эшкәртеү органдары, өсөнсөлә – тын алыу органдары сирҙәре. Барыһы ла табип күҙәтеүенә алынған. Евгений Кустов кадрҙар менән тәьмин итеүҙә проблемалар булыуын да әйтте. Тәү сиратта участка табиптарына ҡытлыҡ ҙур, кардиологтар, неврологтар, эндокринологтар етешмәй, айырыуса райондарҙа.
Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә республикала ихтыяж ҙур. Был хеҙмәт составында ике станция, алты муниципаль-ара бүлексә, үҙәк район, ҡала дауаханаларындағы ашығыс медицина ярҙамының 25 бүлексәһе бар. Евгений Кустовтың әйтеүенсә, ашығыс медицина ярҙамы бригадаларына көсөргәнеш артыуына ҡарамаҫтан, пациентҡа барып етеү күрһәткесе яҡшырған, ул 20 минут тәшкил итә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.