

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә прививка кампанияһын әүҙемләштереү, һаулыҡ һаҡлау системаһының Яңы йыл байрамдарына әҙерлеге мәсьәләләре инде.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала коронавирустан күмәк вакцинация дауам итә. Төбәк үҙебеҙҙә эшләнгән 2661758 доза вакцина алған. 9 декабргә ҡарата, 2059482 кеше вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан, 1842592 кеше уны тулыһынса һалдырған. Был вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 82,9 һәм 74,2 процентын тәшкил итә.
Прививка кампанияһы темпы буйынса Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө, Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Ҡариҙел райондары алда бара. Сибайҙа һәм Бөрйән районында вакцинация темпы түбән.
Оператив штаб ултырышында шулай уҡ республикалағы төп компаниялар хеҙмәткәрҙәрен вакицнациялау барышы тикшерелде. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов система булдырған предприятиеларҙа 300 мең самаһы кеше эшләүе, уларҙың 80 проценттан ашыуы прививка яһатыуы тураһында һөйләне. Әле 16 предприятие буйынса һорауҙар бар. Улар яҡын арала хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау графигын күрһәтеп, юл карталарына ҡул ҡуя һәм уларҙы үтәүгә тотонасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика буйынса Баш дәүләт санитария табибының ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүселәр вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эш урынына индермәҫкә хоҡуҡлы, тип иҫкәртте.
Максим Забелин билдәләүенсә, 9 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 112106 кеше тәшкил итә. Тәүлек эсендә ковид менән ауырыуҙың яңы 589 осрағы теркәлгән. Бөтәһе 101080 кеше һауыҡҡан.
Ведомство башлығы өс муниципалитеттың – Баҡалы, Дыуан, Учалы райондарының коронавирус таралыу хәүефе юғары булған биләмәләр иҫәбенә инеүен билдәләне. Радий Хәбиров хәлде яйға һалырға, был райондарҙа санитария-эпидемиологик нормаларҙы көсәйтергә ҡушты.
Оператив штаб ултырышында шулай уҡ донъяла коронавирустың яңы штамы – “омикрон”дың таралыуына бәйле хәл буйынса фекер алыштылар. “Роспотребнадзор”ҙың респубдика идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Баш дәүләт санитария табибы Анна Попованың ҡарарына ярашлы, Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гонконг кеүек илдәрҙән килгән граждандар ковидҡа ПЦР-тест бирергә һәм 14 көн ҡурсаланырға тейеш. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәғариф ойошмаларында 258 уҡыусының һәм 65 уҡытыусының коронавирус менән сирләүе тураһында һөйләне. Уларҙың барыһы ла дауалана. Шул уҡ ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһына һәм киҙеүгә бәйле киҫкен хәл күҙәтелә. Әле 55847 уҡыусы киҙеүҙән яфалана, 16 мәктәп һәм 900 айырым класс карантинға ябылған. Мәғариф һәм фән министрлығы, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл каникулын 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем оҙайтыу киҙеү менән ауырығандар күрһәткесен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итер, тип ышана.
Мәғариф ойошмаларында байрам сараларына килгәндә, Айбулат Хажин балалар баҡсаларында Яңы йыл кисәләренең айырым төркөмдәрҙә генә уҙғарылыуы тураһында һөйләне. Ата-әсәләр бындай сараларға вакцинация йәки ковидты үткәреү хаҡындағы документы булған осраҡта ғына индерелә. Мәктәптәрҙә иһә Шыршы байрамы айырым кластарҙа ойошторола. Дөйөм мәктәп байрамы үткәрелмәй.
24 декабрҙә муниципалитеттарҙа асыҡ һауала уҡыусылар өсөн Яңы йыл саралары үткәрелә. Уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәргә Башҡортостан Башлығы исеменән бүләк тапшырыла. Шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында, театрҙарҙа, санитария нормаларын үтәп, балалар өсөн Яңы йыл тамашалары үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт учреждениелары фойеһында Шыршы байрамы булмай.
Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау системаһының Яңы йыл байрамына әҙерлеген тәьмин итергә, тейешле дарыуҙар һәм сығым материалдары запасын тупларға ҡушты.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147929.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147929.html