Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2021, 18:15

“Тәүҙә вакцинаға ҡаршы инек...”

"Күҙгә күренмәгән вирустың бөтә донъяны ҡуҙғытыуын күреп, бер аҙ аптырашта ҡалдыҡ..."

“Тәүҙә вакцинаға ҡаршы инек...”“Тәүҙә вакцинаға ҡаршы инек...”
“Тәүҙә вакцинаға ҡаршы инек...”

Республикала 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсус прививка пункттары эшләүен дауам итә. “Дәүләт хеҙмәттәре”  аша йәки 122 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. ”Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәктәренең урындағы номерҙарына ла шылтыратып була.

Ишембай ҡалаһының Пролетар урамында урынлашҡан прививка пункты өлкәндәрҙе ҡабул итә.

"Тәүҙә вакцина ҡаҙатырға кәрәклеге хаҡында бөтөнләй уйланманыҡ, – ти пенсионер Владимир Тарасов. – Күпме генә ғүмер ҡалғандыр, прививкаһыҙ ғына йәшәйек, нисек булһа ла булыр, тинек. Күҙгә күренмәгән вирустың бөтә донъяны ҡуҙғытыуын күреп, бер аҙ аптырашта ҡалдыҡ. Бәлки, ғүмер бөтмәгәндер, һаҡланыу сараһын күрәйек тип, вакцина яһатыу пунктына килергә булдыҡ".

Махсус пунктта ирекмәндәр эшләй. 65 йәштән өлкәндәргә бәләкәй генә бүләктәр тапшырыла. Бынан тыш, аҙна һайын тонометрҙар отошо уҙғарыла. Аҙ хәрәкәтләнгән ололарға “Беҙҙең хәстәрлек” штабы ирекмәндәре ярҙам күрһәтә. Вакцина яһатыу пункттары ял көндәрендә лә эшләй. Рәхим итегеҙ!

Фото: News.myseldon.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас