Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2021, 17:15

Япондар ысулы ҡулланылды

Тромбоэмболия менән сирлеләр көндән-көн арта, ә уларҙың бик аҙы иҫән ҡала.

Япондар ысулы ҡулланылдыЯпондар ысулы ҡулланылды
Япондар ысулы ҡулланылды

Коронавирус инфекцияһынан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр ғүмерҙәрҙе өҙә. Бөтә донъя табиптары был хәүефле эҙемтәләрҙе дауалау өҫтөндә даими эш алып бара, тәжрибә уртаҡлаша.

Шундай ҡатмарлы операция – ковидтан һуң үпкәлә барлыҡҡа килгән тромбты алып ташлау Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында тәүге тапҡыр үткәрелде. Өфөгә тәжрибә уртаҡлашырға федераль медицина үҙәктәренән белгестәр килде.

...Табиптың ҡарашы рентген-экранға төбәлгән, ә ҡулдары аҡрын ғына, ҙур һаҡлыҡ менән пациенттың ҡан ағымына энәгә тоташтырылған зондты индерә. Наркоз аҫтында ятҡан ирҙең үпкә артерияһы тамырҙарында тромбоэмболия булыуы асыҡланған. Бөтәһенә лә яңыраҡ үткәргән коронавирус инфекцияһы сәбәпсе. Операцияны Санкт-Петербург ҡалаһындағы Владимир Алмазов исемендәге милли медицина тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Нарек Манукян үткәрә. Бындай үҙенсәлекле операцияны быға тиклем Башҡортостанда яһамағандар.

"Операция этап менән башҡарыла, һәр пациентҡа өс-ете тапҡыр әмәлиәт үткәрә алабыҙ. Эҙмә-эҙлекле рәүештә бөтә ябыҡ тамырҙарҙы асабыҙ, – ти табип Нарек Манукян. – Тромбоэмболия менән сирлеләр көндән-көн арта, ә уларҙың бик аҙы иҫән ҡала. Хирургтар ярҙамынан тыш, пациенттар өс йыл дауамында вафат була. Сир ковидты үткәргәндән һуң ғына асыҡлана. Был ысулды 2012 йылда япон табиптары ғәмәлгә индергәйне. Беҙҙең үҙәктә ул 2016 йылдан алып башҡарыла. Бер нисә этапта етмештән ашыу ауырыуға операция яһалды".

Операция өҫтәлендә ятҡан пациенттың үпкәһендәге тромбозлы массаны баллонлы катетерҙар ярҙамында таҙартып, ҡан әйләнеше тиҙерәк тергеҙелһен өсөн артерияны асалар.

"Кәрәк булғанда, бүлексәлә бындай операцияларҙы үткәрәсәкбеҙ. Иң мөһим мәлдәрҙе өйрәнәсәкбеҙ, нығытасаҡбыҙ, ғәмәлгә индерәсәкбеҙ", – ти клиниканың йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлексәһе мөдире Владимир Ишмәтов.

Тәүге операция уңышлы үтте. Пациентты реабилитациялау бер нисә айға һуҙыласаҡ. Ауырыу махсус терапия үтәсәк, тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнәсәк. Ул һауығып сыҡҡас та клиника хеҙмәткәрҙәренең иғтибары аҫтында буласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас