Сәләмәт булайыҡ
10 Декабря 2021, 16:20

Ике вирус икеләтә хәүеф тыуҙыра

Анна Казак көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

Ике вирус икеләтә хәүеф тыуҙыраИке вирус икеләтә хәүеф тыуҙыра
Ике вирус икеләтә хәүеф тыуҙыра

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында көнүҙәк мәсьәләләргә туҡтап үтте һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың тағы бер өлөшөн һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

- Республикала киҙеүгә бәйле хәл нисек?

- Киҙеүгә бәйле хәл ярайһы ҡатмарлы. Бик көслө ике вирус үҙ-ара бәйләнешкә инеп, эпидемиологик хәлде тағы ла көсөргәнешлерәк итеүе ихтимал. Ваҡытында вакцинациялау үтмәү ҙә үҙ эҙемтәләрен күрһәтә. Беҙ коронавирус менән киҙеүгә (грипп) ҡаршы яһатҡан вакциналарҙың араһы кәмендә бер ай булырға тейеш тигән кәңәш биргәйнек. Балалар араһында сирләүселәр күп. Республикала йөҙҙән ашыу кешегә рәсми рәүештә киҙеү диагнозы ҡуйылған. Ауыр формалары юҡ, шуныһы ҡыуаныслы.

- Ә мәктәптәр хаҡында ни әйтерһагеҙ?

- Мәктәптәрҙәге хәлдәр тотороҡлолана, каникулдың файҙаһы ҙур булды, уҡыу йорттарын ваҡытлыса ябып тороу ҙа – хәүефһеҙлек сараһы. Ҙур өмөт – оҙайлы Яңы йыл каникулдарында. Балалар баҡсаларында байрамдар айырым төркөмдәрҙә генә үткәреләсәк.

Ата-әсәләр унда  вакцина яһатыу тураһында тейешле документтары булған хәлдә генә ҡатнаша аласаҡ. Мәктәптәрҙә шыршы байрамдары айырым кластарҙа уҙғарыласаҡ, дөйөм мәктәп байрамдары ойошторолмай – эпидемиологик хәл контролдә.

Фото: ngs.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас