Сәләмәт булайыҡ
10 Декабрь 2021, 04:00

Магнийҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы нимәлә?

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, балағыҙ ниндәй ҙур көсөргәнешкә дусар: уҡыу йылы, өйгә эштәр, имтихандар, яҡшы һәм насар билдәләр, дистанцион уҡыу, борсолоуҙар...

Магнийҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы нимәлә?Магнийҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы нимәлә?
Магнийҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы нимәлә?

Моғайын, магний тураһында һуңғы тапҡыр химия дәресендә Менделеев таблицаһын өйрәнгәндә ишеткәнһегеҙҙер, әммә был элемент  иғтибар үҙәгенән төшмәй, үҙе хаҡында йыш ҡына  белдереп тора. Айырыуса ул балалар сәләмәтлеге өсөн әһәмиәтле.

 Магний кальций, натрий һәм калий  кеүек үк мөһим макро-минерал булып тора. Ул организм күҙәнәктәрендәге 300-ҙән ашыу химик реакция өсөн кәрәк. Тик рациондан магнийға бай аҙыҡтарҙы алып ташларға мәжбүр иткән диеталар,  аҙыҡ-түлек аллергиялары   һөҙөмтәһендә күптәр был элементҡа ҡытлыҡ кисерә. Айырыуса был күп энергия талап иткән, үҫешеүсе балаларға ҡағыла.

 Уҡыусылар өсөн магний үтә кәрәкле элемент. Һөйәктәрҙе нығыта, уларҙы минерализациялау процесында һәм үҫешендә ҡатнаша.

Магний мускулдар эшмәкәрлеген яҡшырта. Мейе һәм нервынан мускулдарға импульстарҙы тапшырыуҙы көйләй. Мускул тартышыуы, көҙән йыйырыуы һәм киҫкен ҡыҫылыуы  магний етешмәүенә ишаралай.  Әгәр балағыҙ эс ҡатыуы менән яфаланһа, уның организмы магнийҙың бик түбән кимәле хаҡында һөйләй. Насар йоҡлаһа, көйһөҙләнһә, уйланырға урын бар.

Магнийҙың тейешле кимәлдә булыуы организмға триптофанды серотонинға әүерелдерергә ярҙам итә ( был тыныслыҡ, яҡшы кәйеф тигән һүҙ). Серотонин кәйефкә, аппетитҡа, йоҡоға, тән температураһына һәм социаль тәртипкә йоғонто яһай. Уның кимәле кәмегәндә   депрессия, тынғыһыҙлыҡ,  ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә.

Магний беҙҙе аҡыллыраҡ итә, хәтерҙе яҡшырта, материалды яҡшы үҙләштерергә ярҙамлаша. Балаларҙың  йыш ҡына йүгергәндә йығылып йәрәхәт алыуы сер түгел. Ҡандың ныҡ ағыуы, тиҙ генә уңалмауы магнийға ҡытлыҡтың билдәһе булыуы ихтимал.  Был элементҡа бай аҙыҡ-түлек диабет үҫеше хәүефен кәметеүе мөмкин.

 Магнийға ҡытлыҡты төрлө сәбәптәр тыуҙырыуы ихтимал, әммә төп ғәйеплеһе –дөрөҫ туҡланмау. Кәнфит һәм чипсы яҡшыға алып килмәй. Бынан тыш, стресс һәм көсөргәнешле уҡыу процесы  организмды ҡаҡшатыуы мөмкин.  Уйлап ҡына ҡарағыҙ, балағыҙ ниндәй ҙур көсөргәнешкә дусар: уҡыу йылы, өйгә эштәр, имтихандар, яҡшы һәм насар билдәләр, дистанцион уҡыу, борсолоуҙар... Магний етешмәүен билдәләүсе иң ябай ысул – баланың насар йоҡлауын һәм эс ҡатыуын тикшереү. Был осраҡта табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Фото:gastronom.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас