

Германиялағы бер мосолман ғаиләһендә сабый тыуа. Атай кеше, барыһын да дин йолаһы буйынса эшләргә теләп, етенсе көндә уның сәсен ҡырып ала.
Бер аҙҙан улар бәпесен табипҡа алып бара. Баланы күреү менән белгес, ғәжәпләнеп: “Сәсен үҙегеҙ ҡырҙығыҙмы, әллә тыуғанда уҡ шулай инеме?” – тип һорай. “Үҙебеҙ”, – тип яуаплайҙар.
Табип, ғәжәпләнеүенең сәбәбен аңлатып, былай ти:
– Ай ярым элек кенә ғалимдарыбыҙ ҙур асыш яһаны. Әгәр бала тыуғандан һуң ҡырҡ көн эсендә уның сәсен ҡырһаң, күреү һәләте яҡшыра, сәсе нығына, аңы асыла икән. Башҡа төрлө файҙаһы ла бар. Был ғәмәлдәрҙе етенсе көндә эшләһәң, һөҙөмтә тағы ла яҡшыраҡ, ти. Шуға аптырайым: әлеге асыш яңыраҡ ҡына яһалды бит. Һеҙ ул турала ҡайҙан белдегеҙ?
– Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән белдек, – тип яуаплай ата-әсә.
– Уға мәғлүмәт ҡайһылай тиҙ барып еткән! – тип ғәжәпләнеү белдерә Ислам тарихын белмәгән табип.
– Пәйғәмбәребеҙ 1400 йыл элек йәшәгән бит, – тигәнде ишеткәс, ул бөтөнләй хайран ҡала.
Даян МӘЖИТОВ