

Һис уйламағанда йығылып йәрәхәтләнгәндәр, аяҡ-ҡулын һындырғандар, республика медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән кешеләр һаны арта. Боҙлауыҡ өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар һәм йәштәр өсөн дә хәүефле. Нисек имгәнмәҫкә, дауаханаға эләкмәҫкә?
Кескәйҙәр өсөн тюбингтар ҙур хәүеф тыуҙыра. Хәҙер сана урынына йыш ҡына ошо йомшаҡ, еңел һәм тиҙлекле “плюшка”ны алалар. Тауҙан түбән осоусы тюбингты туҡтатырлыҡ түгел, бөтә хәүеф шунда ла инде. Балалар шыуғанда күп йәрәхәттәр ала. Йышыраҡ баштары менән бәреләләр, аяҡтарын һындыралар, умыртҡа бағанаһын зарарлағандар етерлек.
Республика балалар дауаханаһының травматология-ортопедия бүлексәһе мөдире Тимур Псәншин әйтеүенсә, дауахананың травмпункты буш тормай, тәүлек әйләнәһенә кескәй пациенттарҙы килтерәләр.
– Урамда, мәктәптә, уйын майҙандарында йығылып, балалар йәрәхәтләнә. Ауыр имгәнгәндәре лә бар. Ата-әсәләрҙәең контроле етешмәй, – ти табип-травматолог Али Әл- Хәддәт.
- Беҙ тайғаҡ юлда саҡ-саҡ пингвин кеүек йөрөйбөҙ, бик ҡурҡыныс. Әбейҙәр боҙлауыҡта нисек йөрөй торғандарҙыр, аптырайбыҙ. Юлдарға ҡом һибергә ине, – тиҙәр Өфөлә йәшәүсе Наил һәм Надежда.
Яңы йыл байрамы алдынан бер кемдең дә дауаханаға эләккеһе, бәләгә тарығыһы килмәйҙер. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, балаларығыҙҙы контролләгеҙ, тип иҫкәртә табиптар. Бер һаҡһыҙ аҙымдың имгәнеүгә килтереүе, дауаланыуҙың хатта бер нисә айға һуҙылыуы ихтимал.
Фото: Lospet.ru