

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында көнүҙәк мәсьәләләргә туҡтап үтте һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙы һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
- Коронавирусҡа бәйле хәл аныҡ билдәле булһа ла, илдә вакцинациялауға ҡаршы сыҡҡан, барлыҡ иҫкәртеү сараларын инҡар иткән кешеләр бар: “антиваксер”ҙар хаҡында һүҙ. Уларға ни әйтер инегеҙ?
– Бәғзеләре коронавирусҡа ҡаршы прививка яһауға өндәү – конституцион хоҡуҡты боҙоу тип күрһәтергә тырыша. Мин ундайҙарға был мөһим документты ентекләберәк уҡырға кәңәш итер инем. Унда граждандарҙың ҡына түгел, дәүләт власы органдарының вәкәләттәрен билдәләгән бүлек тә бар. Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, һаулыҡ һаҡлау мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу, сәләмәтлеккә бәйле хәүефтәрҙе иҫкәртеү өсөн дәүләткә айырым вәкәләттәр бирелгән. Һүҙ 55-се статья хаҡында бара. Унда әлеге күрелгән сараларҙың ҡануни нигеҙе билдәләнгән.
– Әлеге ваҡытта төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл ниндәй?
– Тотороҡлолоҡ күҙәтелә, һуңғы айҙа сирләүселәр һаны күпләп артыуы теркәлмәй, хатта бәғзе тәүлектәрҙә 1-1,5 процентҡа кәмеү ҙә күҙәтелә. Әлбиттә, был кешеләрҙе вакцинациялауҙың, индерелгән сикләү сараларының уртаҡ һөҙөмтәһе.
- Мотлаҡ вакцинациялау тураһында тағы берҙе әйтеп үтегеҙ әле.
- Бындай саралар Рәсәй Конституцияның 55-се статьяһына ярашлы күрелә. Мәғлүм булыуынса, 13 октябрҙән республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакцинациялау ғәмәлгә индерелде. Башҡортостандың Баш санитар табибы махсус ҡарарға ҡул ҡуйҙы, хеҙмәткәрҙәре прививка яһатырға тейешле ойошмалар исемлеге билдәләнде.
Ҡарар бөтә милек формаһындағы ойошмаларға ла ҡағыла. Вакцина яһатҡан хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм проценты 80 процент кимәлендә булырға тейеш. Тәүге срок – 18 декабрь, икенсеһе – 30 декабрь.
Быны ҡайһы бер эш биреүселәр бәғзе медицина ойошмалары менән килешеү төҙөп башҡарҙы, ҡайһылары хеҙмәткәрҙәренә прививка яһатыу мөмикинлеге бирҙе. Беҙ планлы тикшереүҙәр үткәрәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Әммә һаман ошо талаптарҙы инҡар иткән аутсайдерҙар бар, уларҙы контролдә тотабыҙ. Вакцина күләме етерлек, ваҡыт та бар. Баш дәүләт санитар табибының ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүселәр вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эш урынына индермәҫкә хоҡуҡлы, штраф түләтеү сараһы ла күреләсәк.
Фото: kommersant.ru