

Өфөлә ҡулланыусылар баҙары, мәҙәниәт, спорт объекттарында һәм күмәк кеше йөрөгән башҡа предприятиеларҙа, ойошмаларҙа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү дауам итә.
Мәҫәлән, 11 декабрҙә ҡалала 129 күсмә төркөм 1,2 меңдән ашыу объектты тикшерҙе, шуларҙың яртыһы сауҙа өлкәһенә ҡағыла. Рейдтар күрһәтеүенсә, предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың барыһы ла тиерлек ҡуйылған талапты үтәй. Шулай ҙа магазиндарҙа һатыусылар, унда килгән кешеләр тарафынан битлек кейеү тәртибен боҙғандар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Калинин районының Юғары вольтлы урамындағы “Пятерочка” һәм Перспективалы урамдағы “Светофор” магазиндарында битлек кеймәгәндәр бар. Улар менән аңлатыу эше үткәрелгән, етәкселәргә тейешле күрһәтмә бирелгән.
Ковидға ҡаршы сикләүҙәр ғәмәлгә индерелгәндән алып Өфөләге ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа 80 меңдән ашыу тикшереү ойошторолған, ике меңгә яҡын етешһеҙлек асыҡланған, 1,7 меңдән ашыу протокол төҙөлгән. Бындай сараларҙың төп маҡсаты – предприятиены ябыу түгел, ә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатырға, ревакцинацияға ваҡытында барырға, битлек кейергә, социаль дистанция һаҡларға дәртләндереү.
Патруль төркөмдәре көн һайын район хакимиәттәре, полиция, Йәмәғәт именлеге үҙәге, Граждандарҙы яҡлау идаралығы, Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәренән төҙөлә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.