

33 йәшлек Сулпан Овчинникова Бүздәк үҙәк район дауаханаһында табип-инфекционист булып эшләй. Бына ике йыл инде тотош район халҡын ковидтан дауалай. Ваҡытында сирҙе асыҡлау, дөрөҫ дауа билдәләү – төп маҡсат. Пандемия бөтә халыҡ өсөн ҙур һынау булды, айырыуса табиптар өсөн.
“Эпидемия башланғанда районда мин берҙән-бер инфекционист инем. Аҙаҡ терапевтарға квалификацияларын үҙгәртергә тура килде. Нисек кенә булмаһын, дауахана коллективы һынауҙы уңышлы үтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта штаб булдырҙыҡ, госпиталь йәйелдерҙек. Ул ике ай эшләне. Тәүге сменанан һуң хеҙмәттәштәребеҙ беҙҙе төҫлө шарҙар менән ҡаршыланы. Улар шулай итеп беҙҙең хеҙмәтебеҙгә теләктәшлек белдерҙе. Күңелде күтәрҙеләр”, – тине табип, үткән ҡатмарлы көндәрҙе хәтерләп.
Бынан һигеҙ йыл элек Сулпан тормош иптәше, ашығыс ярҙам табибы менән “Ауыл табибы” программаһы буйынса Бүздәккә күсеп килә. Ул саҡта Ижевск дәүләт медицина академияһын тамамлаған 25 йәшлек белгес киләсәктә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәген башына ла килтермәй.
“Районда беҙҙе яҡшы ҡабул иттеләр, ауыл халҡы асыҡ, итәғәтле. Шуға күрә эш башлау минең өсөн һис ҡыйын булманы. Программа талаптарын үтәгәс тә, беҙ бер ҡайҙа ла китмәнек, Бүздәктә төпләнергә булдыҡ. Йорт һалдыҡ, өй туйланыҡ”, – ти Сулпан.
Бынан дүрт йыл элек дауахана бинаһына капиталь ремонт үткәргәндәр. “Хәҙер беҙҙә заманса шарттар булдырылған, йыһазландырылған бинала йоғошло ауырыуҙар өсөн ун койка бар. Киләһе йылға компьютер томографы бирергә вәғәҙә итәләр. Был саҡта эшебеҙ тағы ла еңеләйәсәк. Зарланырға һис урын юҡ, эш хаҡы яҡшы, бөтә түләүҙәрҙе ваҡытында бирәләр, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай”, – ти табип.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта районда ковид менән сирләү осраҡтары кәмегән. Сәбәбе – вакцина яһатыуҙың әүҙемлегендә, өлкән йәштәгеләрҙең 80 проценттан ашыуы прививка ҡаҙатҡан. “Сентябрь-октябрь айҙарында ауырыуҙар ифрат күп ине, бер табипҡа 50-шәр пациент тура киде. Ҙур көсөргәнеш менән эшләнек. Әле тынысыраҡ, әммә балаларҙың ауырыуы күңелде ҡыра”, - ти табип Сулпан Овчинникова.
Бүздәк районы коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса тотороҡло райондарҙың береһе, ә вакцина яһатыусылар һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Бөгөн 57 пациенттың 16-һы стационарҙа дауалана.
Фото: Бүздәк үҙәк район дауаханаһы.