Сәләмәт булайыҡ
13 Декабрь 2021, 08:30

18 мәктәп тулыһынса, 77 мәктәп өлөшләтә карантинда

Балалар ниндәй сирҙәр менән күпләп ауырый? 

18 мәктәп тулыһынса, 77 мәктәп өлөшләтә карантинда18 мәктәп тулыһынса, 77 мәктәп өлөшләтә карантинда
18 мәктәп тулыһынса, 77 мәктәп өлөшләтә карантинда

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙә балаларҙың миҙгел сирҙәренә бәйле хәлдәр тикшерелде. Республика буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, коронавирусҡа бәйле хәл мәктәп уҡыусылары араһында тотороҡланған. Сирләгән балалар һаны артмай, киреһенсә кәмей башлаған.

Ә бына ОРВИ һәм киҙеү буйынса, киреһенсә, һандарҙың үҫеүе күҙәтелә. Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән башлыса 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар сирләй. Әлеге ваҡытта республикала был сирҙәр сәбәпле 18 мәктәп тулыһынса карантинға ябылған. 77 мәктәп – өлөшләтә. Был мәктәптәрҙең 904 классы ОРВИ һәм киҙеү буйынса карантинға киткән.

Мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында Яңы йыл кисәләрен үткәреү буйынса тәҡдимдәр алдын әйтелгәйне. Улар үтәлгән осраҡта, байрамдарҙы үткәрергә мөмкин. Төп талап - балалар төркөмдәрен ҡушмай ойошторорға. 

Фото: sputnik-abkhazia.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас