

Коронавирус инфекцияһынан һуң иң хәүефле өҙлөгөүҙәрҙең береһе – ҡандың ныҡ ҡуйырыуы һәм тромбтар барлыҡҡа килеү ихтималлығы. Ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн ниндәй аҙыҡтарҙы көндәлек рационға индереү файҙалы?
Ҡан – организм эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе шыйыҡлыҡ. Ул плазманан, эритроциттарҙан, тромбоциттарҙан һәм лейкоциттарҙан тора. Ҡан ҡуйырғанда туҡымалар һәм ағзалар үҙ ваҡытында кислород һәм туҡланыу ала алмай. Ныҡ ҡуйы ҡан йөрәкте көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итә, бының гипертонияға, тромбтар барлыҡҡа килеүенә, тамырҙар тығылыуына һәм мейегә ҡан һауыуына килтереүе ихтимал.
Тәбиғи рәүештә ҡанды шыйығайтыусы, тромбтар барлыҡҡа килеүен кәметеүсе аҙыҡтар етерлек. Шуларҙың береһе - имбир. Унда салицилат тигән тәбиғи кислота бар. Ҡамыр аштарына, эсемлектәргә, төрлө блюдоларға даими ҡушырға мөмкин. Аҙнаһына бер тапҡыр зәйтүн майын ҡулланыу шулай уҡ тромбоциттар әүҙемлеген кәметәсәк. Тик термик эшкәртеү барышында уның файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтыуы билдәле. Зәйтүн майын салаттарға, соустарға өҫтәргә мөмкин.
Һимеҙ, майлы дингеҙ балығын йышыраҡ һатып алығыҙ. Туйындырылған май кислоталары тромбоциттарға бер-береһенә йәбешергә ирек бирмәй. Тромбоциттарҙың ҡан тамырҙарында тупланыуы кәмегәнлектән, ҡан шыйығая һәм тромбтар ирей, тип аңлата табиптар. Айырыуса һөмбаш балығы (лосось) был йәһәттән файҙалы. Шулай уҡ тәбиғи балыҡ майы йәки дингеҙ ылымыҡтары майын да ҡулланырға мөмкин. Тишеренеүҙәрҙән күренеүенсә, аҡһымды тарҡатыусы үҙенсәлекле ферментҡа эйә булған ананас йөрәк-ҡан тамырҙары һәм юғары ҡан баҫымы барлыҡҡа килеүенән яҡшы сара. Ҡанды шыйығайта, тромбтарҙың барлыҡҡа килеүен кәметә, ялҡынһыныуға ҡаршы сифаттарға эйә.
Тағы бер тәбиғи антикоагулянт бар – аҡ сәскә. Уның сәйе һаулыҡ өсөн хәүеф тыуҙырмай, тик ҡан шыйығайтыусы дарыуҙар ҡулланғанда һағыраҡ тотоноғоҙ. Һарымһаҡтың бактерияларға һәм микробтарға ҡаршы тәбиғи үҙенсәлектәренән тыш, тромбтар барлыҡҡа килеүен кәметеүе билдәле. Быларҙан тыш, ҡыҙыл шарап, дингеҙ кәбеҫтәһе ҡан тамырҙары тонусын күтәрергә, ҡандың үҙлелеген аҙайтырға ярҙам итәсәк. Шулай ҙа барыһынан да әһәмиәтлеһе, ябайы – таҙа һыу!
Фото: Gastronom