Сәләмәт булайыҡ
13 Декабрь 2021, 11:00

Пенсионерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында сирләгәндәр арта

Киҙеү ҙә йоҡламай... 

Пенсионерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында сирләгәндәр артаПенсионерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында сирләгәндәр арта
Пенсионерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында сирләгәндәр арта

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙылар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә статистика мәғлүмәттәрен вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәҡдим итте.

Республикала пандемия башланғаны бирле коронавирус диагнозы 114308 кешегә ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә сир 529 кешелә асыҡланған. 32 пациент һәләк булған, дөйөм һан – 3985.

103,4 мең кеше сирҙе еңгән, был сирлеләрҙең 90 проценты. 539 кешене бөгөн һауыҡтырып сығарғандар.

– 6550 кеше сир менән амбулатор шарттарҙа көрөшә, 354 кеше дауаханала ята. 92 ауырыуҙың хәле насар тип билдәләнә, 20 кеше – реанимацияла. Шул уҡ ваҡытта махсус коронавирус өсөн әҙерләнгән урындарҙың 25 проценты буш ҡала килә, – тине Максим Забелин.

Вакцинацияға килгәндә, уның беренсе компонентын 2,08 миллион кеше һалдырған. Был тейеш булғандарҙың 83 проценты. Прививканы 1,88 миллион кеше һалдырып бөткән, был – 75 процент.

Радий Хәбиров белдереүенсә, шәмбе көн Сибай һәм Туймазыла яңы ковид-госпиталдәр төҙөлә башланы. Республика етәксеһе уларҙы тиҙ арала һәм сифатлы итеп һалырға ҡушты.

Республика буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда балалар һәм уҡыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәр кәмегән. Ә эшләгән кешеләр һәм пенсионерҙар араһында, киреһенсә, үҫеш күҙәтелә.

Өфө аэропортына сит илдәрҙән килгән граждандарҙы тикшереү дауам итә. Әлеге ваҡытта Эфиопия граждандары үҙ ҡурсаланыуҙа. Уларға тесттар үткәреү дауам итә, коронавирусҡа һөҙөмтәләре кире күрһәткән. 14 көн үткәнсе улар карантинда буласаҡ.

– 28 ноябрҙән алып 66 халыҡ-ара рейс контроль аша үткән, 9 мең пассажир ҡаралған. Улар араһында Үзбәкстандан килгән бер кешелә ОРВИ симптомдары табылған. Уны тикшергәндәр һәм коронавирус булмауы асыҡланған. Бөтәһе һайлап алып 783 сит ил гражданины тикшерелгән, уларҙың 12-һендә ковид табылған, – тине Анна Казак.

Киҙеүгә килгәндә, лабораторияла 123 осраҡ раҫланған. Бөтәһе өс усаҡ асыҡланған, ваҡытында күрелгән эпидемияға ҡаршы саралар арҡаһында улар артабан үҫешмәгән.   

Фото: news.myseldon.com

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас