Сәләмәт булайыҡ
14 Декабря 2021, 06:15

Һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде

Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.

Һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелдеҺаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде
Һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында  һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде.

–Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө - 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, киләһе йылға бюджетҡа үҙгәрештәр индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, шул иҫәптән, яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларға,– тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аңлатыуынса, дәүләт программаһы яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау һәм иҫкәртеү буйынса саралар менән тулыландырылған.  Шулар араһында тәрән диспансерлаштырыу үткәреү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыу, медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү  түләүҙәре биреү,  медицина ойошмалары лабораторияларын яңыртыу, яңы коронавирус инфекцияһына дусар пациенттарҙы дауалау өсөн дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм башҡа саралар.

Бынан тыш, “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүҙең план күләмдәрен арттырыу ҡарала, шулай уҡ табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, фельдшер һаулыҡ пункттары өсөн тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар  алыу планлаштырыла.

Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдим иткән “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһында” ҡарар проекты хупланды.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте.

 

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54043

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас