

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән ултырышта эпидемиологик хәлгә баһа бирелде. Билдәле булыуынса, баш ҡалала вакцина яһатҡандар һаны 90 проценттан ашҡан. Оҙаҡламай Өфө коллектив иммунитет булдырыу өсөн тейешле күрһәткескә өлгәшәсәк.
- Был бик мөһим, яҡшы һан. Вакцина яһатыуға аңлы рәүештә килгән өфөләргә, предприятиеларға рәхмәт белдерәм. Коллектив иммунитет алыу өсөн бик аҙ ҡалды. Шулай ҙа был эште туҡтатырға ярамай, ошо уҡ темпта дауам итергә кәрәк, – тине баш ҡала мэры.
Эксперттарҙың әйтеүенсә, вакцина яһатыуҙы тулыһынса 1 787 162 кеше тамамлаған. Был прививка яһатырға тейешле халыҡтың 76 проценты тигән һүҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.