

СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге етәксеһе Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, прививкаларға ҡаршы әүҙем сығыш яһағандарҙың һаны һәр ваҡыт халыҡтың 5-10 процентын тәшкил итә. Был коронавирусҡа ҡаршы ғына түгел, һәммә төрлө привикаларға ҡағыла.
– Ғәҙәттә, агрессив рәүештә прививкаға ҡаршы сығыусыларҙың аргументлы иҫбатлауҙары юҡ. Был осраҡта беҙҙең бурыс ундайҙарҙы өгөтләү түгел, ә шикләнгәндәр менән эш итеү, – ти белгес.
Был коронавирустың эҙемтәләрен кәметеүгә лә ҡағыла.
Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәтте ваҡытында еткереү мөһим.
- Вакцинациялау һәр саҡ тигеҙ барҙы тип әйтеп булмай. Ҡайһы саҡта аҡыллы, белемле кешеләр ҙә ҡурҡыуға ҡала. 2020 йылда беҙ COVID-19–ға ышанмағандар өсөн антиковид плазмаһын әҙерләү залында сирләгәндәр менән осрашыу ойошторҙоҡ. Шул саҡта күптәрҙең вирусҡа ҡарата фекере үҙгәрҙе, – ти Рәмил Хәмитов.
– Дәүләт прививкаға ҡаршы сығыш яһаусыларҙың халыҡҡа килтергән зыяны өсөн борсола. Улар үҙ хәрәкәттәренә бихисап халыҡты ылыҡтыра, ә үҙ сиратында вакцина уларҙың ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошондай шикле мәғлүмәттәргә ышанып, сирҙең башланған осорон үткәреп ебәрергә һәм насар эҙемтәләргә юлығырға мөмкин, – ти Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь етәксеһе Фәнил Шәмиғолов.
Республикала һуңғы тапҡыр санитар-эпидемиологик хәл насарайған саҡта Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 1228 пациент СOVID-19 вирусынан дауаланған.
- Тәжрибә күрһәтеүенсә, вакцина яһатҡан пациенттарҙың үпкәләге елһенеүе 25 проценттан артмай. Ковид пневмонияһы еңел формала үтә, тын быуылыу күренеше булмай, кислород терапияһы ҡулланылмай. Ундай пациенттарҙың сәләмәтлеге тиҙ яҡшыра, эшкә яраҡлылығы тиҙерәк ҡайта, – ти дауахананың баш табибы Шамил Булатов.
21-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, бәғзе “антиваксер”ҙар үҙҙәре күптән прививка яһатҡан, әммә башҡаларҙы һаман кире өгөтләп маташа.
- Вакцина мөғжизәле таблетка түгел. Прививка – үҙеңде һәм яҡындарыңды сирҙең ауыр эҙемтәләренән ҡотҡарыу ул, - ти етәксе.
Вакцинаға ҡаршы пропаганда кешеләргә һис шикһеҙ насар тәьҫир итә, улар агрессив була бара. Мәҫәлән, күптән түгел Мәскәүҙә Күп функциялы үҙәктә битлек кейергә үтенгән өсөн Сергей Глазов тигән әҙәм кешеләргә ҡаршы ут асҡан, ике кеше һәләк булған, дүртәүһе яраланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вакцинаға ҡаршы көрәш бигерәк тә социаль селтәрҙәрҙә киң таралған, ул бик ауыр эҙемтәләргә килтерә, кешеләр COVID-19-ҙан түгел, ә башҡа сәбәптәрҙән һәләк була.
Әйткәндәй, ике аҙна элек Рәсәйҙә "Мракоборец" – “Ҡараңғылыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе” онлайн-берләшмәһе булдырылған. Ул коронавирусҡа бәйле ялған фәндәргә, йәшерен һүҙ ҡуйышыуҙарға ҡаршы сығыш яһай. Берләшмәнең әүҙемселәре прививка яһатыуға ҡаршыларҙың ялған хәбәрҙәрен, фейк яңылыҡтарын фашлай.
Антиваксерҙарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барған телеграм-каналдың авторҙары ковид диссиденттарының идеялары, фекерҙәре буш һәм нигеҙһеҙ икәнлеген миҫалдар менән иҫбатлай, уларға ҡаршы көрәшергә саҡыра.
Ресурс барлыҡҡа килгәндән алып уны булдырыусылар интернет киңлектәрендә антиваксерҙар мәғлүмәтен таратыу менән шөғөлләнгән бер нисә төркөмдө ябыуға өлгәшкән дә.
Улар шулай уҡ Telegram каналын ойошторған Павел Дуров исеменә петиция төҙөгән һәм пандемия тураһындағы фейк мәғлүмәттәр таратыусыларға ҡаршы әүҙемерәк көрәшергә саҡыра. Петицияға ошо һылтанма буйынса ҡул ҡуйырға мөмкин: https://t.me/againstdark.
Фото: “Мракоборец” сығанағы.