

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 14 көнлөк мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе (ковидҡа ПЦР-тест менән бергә) Башҡортостанға Рәсәйҙең Баш санитар табибы ҡарарында билдәләнгән сит ил дәүләттәренән килгәндәр (Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватина, ЮАР һәм Гонконг), шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килгәндәр өсөн ғәмәлдә буласаҡ. Был талап һауа судноһы экипаждары ағзаларына ҡағылмай.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, COVID-19-ға кире ПЦР-тестың ғәмәлдә булыу ваҡыты 72 сәғәттән 48 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.